«Хәүефһеҙлек мәктәбе» республика этабында Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң Яңауыл туристары командаһы, әйткәндәй, былтыр еңеүсе, йәнә уңышлы сығыш яһаны. Сибайҙа уҙған «А» класындағы ярыш йомғаҡтары буйынса ул өсөнсө урынды алды. Беҙҙең йәш ҡотҡарыусылар ҡаршылыҡтар һыҙатында иң яҡшылары булды, эҙләү-ҡотҡарыу эштәре дистанцияһында, өҫтәп стена гәзите иң яҡшыһы тип танылды. Кросс (1 саҡрым) һәм «граждандарҙы яҡлау» этабы «бронза» килтерҙе. Шулай уҡ баҫыу шарттарында көнкүреште ойоштороу тейешенсә баһаланған.
Шәхси зачетта Аида Хөсәйенова барыһынан да тиҙерәк кросс (1 саҡрым) йүгерҙе. Алина Низаметдинова шулай уҡ ҡыҙҙар араһында «ҡатнаш көс күнегеүе» дистанцияһында беренсе урын яуланы. Өҫтәп үтәйек, балаларҙы ҙур ярыштарға «Спорт туризмы» берекмәһе етәксеһе Лениз Әғзәм улы Ғилванов менән бергә Әғзәм Фәрит улы Ғилванов әҙерләгән.