Ҡурай
+19 °С
Облачно

Ағиҙел ойошмаһы Президент гранттары конкурсы еңеүсеһе булды

«Беҙ бергә» инвалидтар һәм инвалид балаларҙың ата-әсәләре төбәк йәмәғәт ойошмаһы «Башҡа сиктәр» проекты менән 2024 йылда президент гранттарының икенсе конкурсында еңеү яуланы.

Ағиҙел ойошмаһы Президент гранттары конкурсы еүеүсеһе булдыАғиҙел ойошмаһы Президент гранттары конкурсы еүеүсеһе булды
Ағиҙел ойошмаһы Президент гранттары конкурсы еүеүсеһе булды

Фондҡа Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән бөтәһе 10 539 башланғыс килгән. 1 357 коммерцияға ҡарамаған ойошма конкурс еңеүселәре булды.

Яңы проектты тормошҡа ашырып, «Беҙ бергә» ойошмаһы 7 йәштән алып инвалид балалар, инвалид йәш кешеләр һәм уларҙың ғаиләләре менән стилләштерелгән башҡорт халыҡ биҙәүестәрен әҙерләү, төрлө техникала, һабын ҡайнатыу буйынса инклюзив оҫтаханаларҙа эшләүен дауам итәсәк, ғаиләләргә психологик ярҙам ойоштороласаҡ.

Проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн сығымдарҙың дөйөм суммаһы - 1 965 297,53 һум, тормошҡа ашырыу ваҡыты - 2024 йылдың 1 июленән 2025 йылдың 31 майына тиклем.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылда ойошма 878 980 һумға «Тылсымлы бүлмә - мөғжизәле маяк» проектында президент гранттары фонды конкурсы еңеүсеһе булды.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас