Ҡурай
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ағиҙел спортсылары “Салауат йыйыны” республика фестиваленән өс призлы велосипед алып ҡайтты

16 июндә Салауат районында Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға арналған «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамы уҙҙы. Тәүге тапҡыр ҙур байрам 2004 йылда Башҡортостандың милли геройына 250 йыл тулыу йылында үткәрелгәйне.

Ағиҙел спортсылары “Салауат йыйыны” республика фестиваленән өс призлы велосипед алып ҡайтты
Ағиҙел спортсылары “Салауат йыйыны” республика фестиваленән өс призлы велосипед алып ҡайтты

Байрамға 10 меңгә яҡын кеше йыйылды, милли һәм этник спорт төрҙәре буйынса «Салауат бәйгеһе» төбәк-ара фестивале иң сағыу ваҡиғаларҙың береһе булды. Ул алты дисциплинанан тора, улар араһында мас-рестлинг та бар.

Ағиҙел Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең мас-рестлинг секцияһынан өс спортсы: Ангелина Кудашева, Тимур Вохидов һәм Эмиль Тлеспаев  мас-рестлинг  буйынса ярыштарҙа ҡатнашты. Һөҙөмтәлә өсәүһе лә алтын миҙал яулап, бүләккә велосипед алды.

Шулай уҡ биш күнекмәнән торған “Бәйге” ярышында гер спорты буйынса Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең элекке тәрбиәләнеүсеһе Илмир Сәлимов ҡатнашты һәм көмөш призер булды. Ул туристик палатка менән бүләкләнде.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас: