Ҡалтасы районында Еңеү көнөнә яҡташ геройҙар тураһында китап донъя күрҙе.
Совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында еңеүе тарихта ҡала бара, әммә быуындар уны бер ҡасан да хәтеренән юймаясаҡ.
Бөйөк Ватан һуғышында үҙ ғүмерҙәрен аямай дошманды тар-мар иткән яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды гранты аҡсаһына Ҡалтасы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы “Еңеү һалдаттары” китабын сығарҙы.Унда Дан ордены менән бүләкләнгән райондаштарыбыҙ тураһында хикәйәләр тупланған. Китап менән музей, район китапханалары, мәктәптәре, мәҙәниәт йорттары сайттарында танышырға була.