«Яры ла яры! Китмәмен унан ары»

 «Инештәрҙән бөгөнгөгә — боронғо Апаиш йылғаһын тергеҙеү» проектының Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыу өсөн иң яҡшы проекттар конкурсында еңеүенә ике йыл үтте. Һәм бөгөн беҙ ҡала ярының нисек үҙгәреүен күрәбеҙ.

«Яры ла яры! Китмәмен унан ары»«Яры ла яры! Китмәмен унан ары»
«Яры ла яры! Китмәмен унан ары»

Пляж эргәһендә сәхнә һәм тамашасылар өсөн урындар, ял итеү зоналары, бәҙрәф, шулай уҡ асыҡ һауала спорт менән шөғөлләнеү урыны булдырылған. Пляждың үҙендә шезлонгалы пергола, кейем алмаштырыу өсөн кабиналар, ҡотҡарыу вышкаһы һәм пирстар барлыҡҡа килгән. Яр буйындағы пирстар системаһы рекреацион зона, фотосессиялар, балыҡ тотоу өсөн уңайлы.

Былар бөтәһе лә ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн бушлай. Пляж зонаһын Ағиҙел ҡалаһының граждандарҙы яҡлау бүлеге хеҙмәтләндерә. Ә пляжда түләүле буласаҡ башҡа хеҙмәттәр тураһында «Ағиҙел» спорт-ял итеү үҙәге директоры Диана Әхтәмова менән һөйләштек. Һыу инеү урынын ҡарауҙы вейкбординг урынынан башланыҡ. Был зона проектта юҡ ине, был тәҡдимде ҡала хакимиәте башлығы Денис Ирназаров индерҙе.

 Вейкбординг — һыу буйлап катер артынан йәки лебедка ярҙамында таҡтала шыуыу. Беҙҙең пляжда кабель вейкбордингы эшләй. Вейкбординг менән шөғөлләнгән кешеләр райдерҙар тип атала, улар төрлө фигуралар буйлап шыуа, трамплиндан һикерәләр һәм һыуҙа трюктар башҡаралар. Вейкбординг өсөн махсус экипировка кәрәк, ул таҡтанан, нығытмаларҙан, жилеттан, шлемдан һәм гидрокостюмдан тора.

Диана Альберт ҡыҙы һөйләүенсә, вейкбординг менән физик әҙерлекле кешеләр генә шөғөлләнә ала. Ағиҙел йәштәрен өйрәтеү өсөн Пермь крайынан белгестәр саҡыралар. Өс көн дауамында улар буласаҡ инструкторҙарҙы уҡыта: бер көн теорияға һәм ике көн практик дәрестәргә бағышлана. Бөтәһе һигеҙ кеше, шул иҫәптән ҡала пляжында эшләйәсәк администратор белемен камиллаштыра.

— Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында был вейкбордингтың берҙән-бер трассаһы, ул яҡындағы район һәм ҡалаларҙан йәштәрҙе йәлеп итер, тип ышанабыҙ. Борай, Тәтешле райондары спортсылары шылтыратып, беҙҙең трассала йөрөргә теләк белдерҙе инде, — ти Диана Альберт ҡыҙы. — Тәжрибәһеҙ кешеләргә беҙҙең инструкторҙар уҡыуҙар, инструктаж үткәрәсәк һәм инвентарь бирәсәк. Ул махсус бинала һаҡлана. Артабан атлайбыҙ. Ял итеү һәм балыҡ тотоу өсөн пирс артында трамплин һәм «тарзанка» урынлашҡан. Улар менән пляжға килеүселәрҙең барыһы ла бушлай файҙалана ала.

 Сәхнәгә ҡаршы ике кафе урынлашҡан. Унда Ағиҙел ҡалаһының туҡланыу комбинаты муниципаль автономиялы учреждениеһы эшләйәсәк. Беренсе кафела фаст-фуд, икенсеһендә эсемлектәр һәм туңдырма һатыласаҡ. Улар артында — бөтә уңайлыҡтары б у л ғ а н түләүле бәҙрәф, унда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе хеҙмәтләндереү өсөн бөтә шарттар булдырылған.

— Социаль селтәрҙәрҙә күптәр шезлонгтарҙы ҡуртымға алыуға хаҡтарға ризаһыҙлыҡ белдерә, — ти Диана Альберт ҡыҙы. — Шуны билдәләп үтәм: проект буйынса ҡаралған ағас шезлонгтар менән барыһы ла бушлай файҙалана ала. Пластиктар ғына ҡуртымға бирелә. Волейбол майҙансығы, т р е н а ж е р ҙ а р менән майҙансыҡ — барыһы ла проект буйынса ҡаралған. Шунда уҡ сапбордтарҙы ҡуртымға бирәсәктәр. Әгәр таҡталағы серфинг өсөн һәр саҡ тулҡындар эҙләргә кәрәк булһа, сапбординг — ул йылға-күлдәрҙе иңләү өсөн. Бынан тыш, һыуҙа йөрөү өсөн урындағы алты һәм ике урынлы катамарандар, кеткалар, банандар ҡуртымға бирелә. Аттракциондарҙың тағы бер төрө — аквазорб. Был һыу шары — эсе ҡыуыш, махсус материалдан эшләнгән, ул хәрәкәттең билдәле бер йүнәлешен билдәләмәйенсә, һыуҙа йөрөргә, йүгерергә, шыуышып йәки күңел асырға мөмкинлек бирә. Я р б у й ы н ы ң у ң я ғ ы н тулыһынса тиерлек япмалы дүрт мангал зонаһы биләй. Унда инеү түләүле, һәр зонала 15-20 кеше урынлаша ала. Кешеләр килеп киткәндән һуң йыйыштырып алалар. Шуны билдәләү кәрәк, зоналар видеокүҙәтеү ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Администратор менән кассирҙың киоскыһы пляжға ингән ерҙә урынлашҡан. Хеҙмәтте ҡулаҡса менән дә, ҡулаҡсаһыҙ ҙа түләргә мөмкин. Пляжды ике бригадаға бүленгән 12 кеше хеҙмәтләндерә. Ул иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 9-ға тиклем эшләй. Яр буйы ҡала халҡы өсөн генә түгел, ә күршетирә ауылдарҙа, ҡалаларҙа йәшәүселәр өсөн дә ҡыҙыҡлы урын булыр, тип ышанабыҙ.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас