Ҡурай
+12 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл

Һыу алырға шишмәгә...

Һыу алырға шишмәгә...Һыу алырға шишмәгә...
Һыу алырға шишмәгә...

Ҡалтасы районының Оло Туғанай ауылы халҡы ауылды төҙөкләндереү буйынса бик күп эштәр башҡара. “Ауыл беҙҙеке икән, тимәк, матурлыҡты үҙебеҙ булдырырға тейешбеҙ”, — тигән фекерҙә улар.

Улар берҙәм, татыу булып өмәләргә сыға, йорт эргәһе биләмәләрен, урамдарҙы таҙарта, йәшелләндерә. Бынан тыш, ауыл эргәһендәге шишмәне лә гел тәртиптә тоталар, тирә-яғын йыйыштыралар. Шишмә ер аҫтынан сыға, кешеләрҙе таҙа, яҡшы һыу менән тәьмин итә. Ә ауыл халҡы уны тәрбиәләп тора. 

Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары шишмә тирәләй күп йыллыҡ сәскәләр ултыртҡан. Улар яҙҙан көҙгә тиклем сәскә атып, шишмәнең таҙа, шифалы һыуын эсергә килеүселәрҙе үҙҙәренең матурлығы менән һоҡландырасаҡ, шатлыҡ өләшәсәк.

Оло Туғанай ауылында “Ҡалтасы районы пенсионерҙарының һәм ветерандарының әүҙем тормош позицияһын ойоштороу” проекты сиктәрендә әүҙем һәм сәләмәт оҙон ғүмер үҙәге булдырылды һәм эшләй. Ирекмәндәр башҡарған изге һәм файҙалы эштәр бихисап. Һәм шишмәне матур һәм таҙа итеп тотоу — шул эштәрҙең береһе.

Автор:Надежда Сандалова
Читайте нас