Рәмзинә Кашфрази ҡыҙы Тимерова 1956 йылдың 2 июнендә Краснокама районының Иҫке Ҡабан ауылында ижадҡа ғашиҡ ғаиләлә донъяға килә: атаһы оҫта гармунсы булһа, әсәһе моңло итеп йырлай, ә ҡыҙ туғандары матур итеп халыҡ әкиәттәре һөйләргә ярата.
Уны бәләкәй сағынан уратып алған тыуған еренең хозур тәбиғәте, икһеҙ-сикһеҙ яланболондарҙа үҫкән хуш еҫле сәскәләр һәм ашап туйғыһыҙ еләк-емеш, ҡоштарҙың моңло һайрауы — былар бөтәһе һәм нәфис әҙәбиәт уға илһам бирә, ижадҡа этәргес була. Ул үҙе лә бәләкәйҙән йырлай, бейей, үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнаша. Яңы Ҡабан урта мәктәбен тамамлағас, Бәләбәй педучилищеһына уҡырға инә. Оҙаҡ йылдар башланғыс кластар уҡытыусыһы, артабан бухгалтер һәм һатыусы булып эшләй.
Тәүге шиғырҙарын үҫмер сағында яҙа. Шиғриәт уны ғүмере буйына оҙата килә. Дөйөм алғанда ул 400-ләп шиғыр ижат итә.
2007 йылда «Мәхәббәтем чәчкә атсын» тип исемләнгән тәүге шиғырҙар йыйынтығн сығара. Артабан уның ижад емештәре Ағиҙел авторҙары йыйынтыҡтарына инә: «Инопланетяниндар менән тәүге осрашыуым» (2013 йыл), «Ғүмерем балҡышы», «Ағиҙел әҙәбиәтселәре» (2013 йыл), «Йәшәү ялҡыны» (2015 йыл). Рәмзинә Тимерова Башҡортостан, Татарстан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренең билдәле йырсылары башҡарған бик күп популяр йырҙар авторы. Улар араһында — Хәниә Фәрхи, Айҙар Ғәлимов, Салауат Фәтхетдинов, Данир Сабиров, Ришат Төхвәтуллин, Гөлсөм Бикбулатова һәм башҡалар.
Уның һүҙҙәренә тәүге йыр композитор Роберт Тимербаев тарафынан яҙыла. Ул «Һалма мине һары һағыштарға» тип атала. Ул шулай уҡ «Язгы моң», «Уйна, гармун», «Җир җиләкләре» һ.б. тип исемләнгән шиғырҙарына көй яҙа. Рәмзинә Тимерова текстары менән шулай уҡ Р.Мостафин, З.Мамалилов, В . Ғәлимов , Р . Арыҫл , М.Ғәзетдинов һ.б. авторҙар эшәй.
Ул «Ағиҙел шишмәләре» әҙәби берекмәһе ағзаһы, бик күп мәртәбәле халыҡ-ара йырҙар конкурсы лауреаты. «Уйларымда син генә» йыры «Гәлсәр һандуғас-2015» телевизион конкурсында «Өмөт» номинацияһында еңеү яулай.
Әлеге ваҡытта Рәмзинә Кашфрази ҡыҙы сәләмәтлеге ҡаҡшау сәбәпле ижад итеүҙән туҡтап тора. Тормошта осраған ауырлыҡтарға ул бирешмәҫкә тырыша. Уға ҡыҙы Зөлфиә, улы Зөлфәт, ейәндәре, туғандары, дуҫтары ярҙам итә.
2022 йылда «Эх, минутлар! Мәңге түгелләр» тип аталған яңы шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә. Китап 100 дана тираж менән сыға. Унда һуңғы йылдарҙа ижад иткән әҫәрҙәре, билдәле йырҙарға әйләнгән шиғырҙары урын алған. Ул һәр кемдең күңеленә хуш килә. «Бәхет ата-әсәңде хөрмәт итеүҙән башлана, был турала онотмағыҙ. Һеҙҙе уратып алған донъяның ҡәҙерен белегеҙ» — ти автор.
Китаптың инеш һүҙендә билдәле шағир-йырҙар ижад итеүсе, Башҡортостан, Татарстан республикалары, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Сурағолдан бер нисә һүҙ бар. Ул, Рәмзинә Тимерованың шиғырҙарындтормош хәҡиҡәте, хис-тойғолар һәм мөхәббәт булыуын әйтә. Һәм ул мең тапҡыр хаҡлы! Унда үҙеңдең сығышыңа, тыуған ереңә һөйөү урын алған. Уның шиғырҙарының яңғырашы матур, күңелдең һәм йөрәктең иң нескә ҡылдарына ҡағыла, матурлыҡ һәм изгелек менән тулған.
Был йыйынтыҡ туғандары һәм уның ижадына битараф булмаған кешеләр ярҙамы менән донъя күрә. 2021 йылда уны баҫтырыу өсөн аҡса йыйыу иғлан ителә. Яҡташтары ҙур теләк менән ҡушыла. Шулай уҡ инвалид коляскаһына ултырған талантлы шағирәгә «Атайсал» проекты сиктәрендә йыйынтыҡты сығарыуҙа билдәле меценат — Ағиҙел ҡалаһы ҡала округы Советы депутаты Руслан Хәлитов та ярҙам күрһәтә. Рәмзинә Кашфрази ҡыҙы һәм уның яҡындары был эштә ярҙам күрһәткәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт белдерә.