Дүрт йыл элек «Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡалары» проекты сиктәрендә шыршы, вокзал майҙандары һәм сауҙа урамы биләмәләрен үҙгәртеү башланды. Уңышлы тормошҡа ашырылған идея ҡаланың бөтә үҙәгендә барған үҙгәрештәргә этәргес бирҙе - ул үҙәк майҙанды, ҡала паркын, тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейын төҙөкләндереү. Хәҙер яңыртылған йәмәғәт киңлектәре Яңауыл халҡының һәм ҡала ҡунаҡтарының яратҡан урынына әүерелде. Улар ошо урындарҙың айырым бер йәмлелеген, уңайлылығын һәм матурлығын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: республика тораҡ пункттарын төҙөкләндереү инициаторы булып Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны. Уның был мәсьәләгә етди иғтибары йыл һайын ҡала һәм ауылдарҙың тышҡы йөҙөн яҡшыртырға мөмкинлек бирә.
Ә шыршы майҙанында тормош ҡайнай
Был йылдар эсендә шыршы майҙаны бөтә Яңауыл халҡына оҡшаны, быға аптырарға ла түгел - үҙ ваҡытын бәләкәй балалары менән әсәләр ҙә, өлкәнерәк балалар ҙа үткәрә ала. Өлкәндәр ҙә ығы-зығынан тыныс ҡына ял итә.
Тулыраҡ гәзиттә уҡығыҙ.