Ҡурай
+23 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
9 Августа 2024, 11:19

Ағиҙел ҡалаһының Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе командаһы "Спорт ере" марафонында ҡатнашты

27 июлдә Дүртөйлө ҡалаһының "Олимпиясы" стадионында Ағиҙел ҡалаһы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе командаһы «Спорт ере» Бөтә Рәсәй спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүеше марафонының муниципаль этабында ҡатнашты.

Ағиҙел ҡалаһының Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе командаһы "Спорт ере" марафонында ҡатнаштыАғиҙел ҡалаһының Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе командаһы "Спорт ере" марафонында ҡатнашты
Ағиҙел ҡалаһының Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе командаһы "Спорт ере" марафонында ҡатнашты

Спортсылар төрлө спорт төрҙәрендә: көс экстримы, мини-футбол, армрестлинг, мас-рестлинг, ғаилә әүҙемлеге, ГТО нормативтарын тапшырыу буйынса көс һынашты.

Мас-рестлинг буйынса Кудашева Ангелина, Тлеспаев Эмиль һәм Нуретдинов Айвар призлы урындар яуланы.
Армрестлиг буйынса Мухитов Алмаз, Минникаев Данил, Кудашева Ангелина һәм Шарифбеков Шахром миҙалдар яуланы.

Муниципаль этап еңеүселәрен миҙалдар, грамоталар һәм ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнеләр. Бынан тыш, улар төбәк этабында иң яҡшылар менән көрәшеү хоҡуғына эйә булды. Сара 3 августа Ишембай ҡалаһында ойошторола.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас