Тәбрикләү һүҙе менән абруйлы ҡунаҡтарға ҡала хакимиәте башлығы Денис Ирназаров мөрәжәғәт итте. Ул уларҙы яҡынлашып килгән байрам менән ҡотланы һәм өлкән быуын вәкилдәренең хеҙмәт батырлығы тураһында ентекле һөйләргә ваҡыт етте, тип билдәләне. Атап әйткәндә, беренсе төҙөүселәр тураһында китап әҙерләргә тәҡдим итте.
Тантанала ҡатнашыусылар алыҫ көндәр тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты. Геннадий Ураҡсин, Зилә Бикбулатова, Виктор Веденин, Рафаэль Гәрәев, Абудар Лоҡманов һәм башҡа ветерандар Ағиҙелде нисек төҙөй башлауҙары хаҡында һөйләне. 1980 йылда яңы төҙөлгән ҡала хакимиәтенең элекке башлығы Валерий Фёдоров оло быуындың бөгөн ҡала-баҡса төҙөү тураһындағы хыялдары тормошҡа ашты тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың барыһы ла Ағиҙелде төҙөүселәр хаҡында хәтерҙең йәш быуын өсөн һаҡларға кәрәклеген һәм тыуған ҡала хаҡында китап төҙөү идеяһын хуплауҙарын билдәләне. Буласаҡ баҫма авторҙарының уйы буйынса ул 2003 йылда яҡташыбыҙ Юрий Шурупов яҙған “Буйһонмаусанноу” йыляҙма дауам буласаҡ. Яңы китапта ветерандарҙың хәтирәләре һәм ҡала замандаштарының хикәйәләре сағылыш табасаҡ.
Материалдар йыйыуҙа теләге булған һәр кеше ҡатнаша ала, үҙҙәренең хәтирәләре, ғаилә архивтарынан материалдар менән уртаҡлаша ала. Тәҡдимдәр менән «Ағиҙел уттары» гәзите редакцияһына йәки ҡала китапханаһына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Осрашыуҙан һуң төҙөүсе ветерандар «Ағиҙел тулҡындары» паркында ойошторолған «Ретро-фестиваль» байрамында ҡатнашты.