Ҡурай
+13 °С
Дождь
Урындағы яңылыҡтар
15 Августа 2024, 12:08

Ағиҙел ҡул оҫталары үҙҙәренең оҫталыҡтары менән бүлеште

“Ағиҙел — үткәндәрҙә” ретро-фестиваленең төп сараларының береһе биҙәү-ҡулланма ижады изделиелары конкурсы булды.

Ағиҙел ҡул оҫталары үҙҙәренең оҫталыҡтары менән  бүлештеАғиҙел ҡул оҫталары үҙҙәренең оҫталыҡтары менән  бүлеште
Ағиҙел ҡул оҫталары үҙҙәренең оҫталыҡтары менән бүлеште

Күргәҙмәлә ҡул оҫталары — Анна Понедельникова, Юлия Широбокова, Ирина Шурупова, Фәүәзә Ғафурова, Әлфиә Ғәлләмова, Рәйфә Сөләймәнова, Физилә Яхина, Олеся Сибәғәтоваларҙың төрлө техникалар ҡулланып эшләнгән әйберҙәре урын алғайны. Уларҙың барыһының да эштәре ҡабатланмаҫ, сөнки эштәрен йөрәк йылыларын һәм барлыҡ оҫталыҡтарын биреп башҡарғандар. Оҫталарҙың алтын ҡулдары арыу-талыу белмәй, фантазияларының иге-сиге юҡ, ә эштәре — һоҡланып туймаҫлыҡ!

Конкурста 1-се урынды Рәйфә Сөләймәнова алды. Ул бәйләнгән әйберҙәр, сигеүҙәр һәм макраме тәҡдим итте. “иҫәпле сатраш” техникаһындағы сигеүҙәр серияһы өсөн Анна Понедельникова 2-се урынға лайыҡ булды. 3-сө урынды ырғаҡ менән бәйләгән коллекцияһы өсөн  Фәүәзә Ғафурова яуланы. 

 

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас