Ҡурай
+9 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
15 Августа 2024, 12:24

Ағиҙелдә Радик Урахбахтин иҫтәлегенә арналған саралар үтте

10 августа Ағиҙелдә балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең беренсе директоры, СССР-ҙың спорт мастеры Радик Хәмзә улы Уразбахтин иҫтәлегенә билбау көрәше буйынса асыҡ республика турниры уҙҙы. Турнирҙа Ағиҙел, Туймазы һәм Өфө ҡалалары, Краснокама районы һәм Төркмәнстан Республикаһы командалары ҡатнашты.

Ағиҙелдә Радик Урахбахтин иҫтәлегенә арналған саралар үттеАғиҙелдә Радик Урахбахтин иҫтәлегенә арналған саралар үтте
Ағиҙелдә Радик Урахбахтин иҫтәлегенә арналған саралар үтте

Асыу тантанаһына Радик Уразбахтиндың ҡатыны Зилара Әсхәт ҡыҙы, Ағиҙел ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Денис Ирназаров, олимпия резервы мәктәбе директоры, спорт министрлығы вәкиле Александр Григорьев, Башҡортостан Республикаһының билбау көрәше федерацияһы президенты Рөстәм Зыяҡаев, Радик Ураҙбахтиндың яҡын дуҫы, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, Башҡортостан Республикаһы спорт көрәше федерацияһы вице-президенты Венер Гайнуллин, ҡаланың элекке башлығы Валерий Федоров, яҡындары саҡырылғайны.

Турнирҙа беренсе урынды Өфө командаһы алды, унда Радик Уразбахтиндың тәрбиәләнеүсеһе Максим Сәйетғәлин ҡатнашты. Команда кубок һәм 30 мең һумлыҡ сертификат алды. Икенсе урын өсөн Кубокты һәм 20 мең һумлыҡ сертификатты Туймазы ҡалаһы командаһы яуланы. Ағиҙел командаһы исеменән Эмиль Иванов, Рәдим Солтанов, Ренат Ғарифуллин һәм Фидан Саматов сығыш яһаны. Ныҡышмалы көрәштә беҙҙең егеттәр өсөнсө урын яуланы һәм кубок, 10 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.

Шул уҡ  көндө  Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә Радик Ураҙбахтин иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды. Таҡтаташты асыу хоҡуғы уның тормош иптәше Зилара Әсхәт ҡыҙына һәм вариҫы Венер Мөхитовҡа бирелде. Сарала ҡатнашыусылар йылы һүҙҙәрен, иҫтәлектәрен һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә күргәҙмә ойошторолдо, ә Уразбахтиндың эш урынында - көрәш залында – уға  арналған видеофильм күрһәтелде.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас