Ҡурай
+14 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Ағиҙелдә “Әсәм теле – сәсән теле” проектын тормошҡа ашырыуға йомғаҡ яһалды

2023 йылда «Тулҡын ҡырында» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы булышлығында Ағиҙел ҡалаһы Үҙәк  китапхана коллективы дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән «Әсәм теле – сәсән теле» проекты менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары конкурсында еңеп сыҡты. Был аҙнала китапханала проект йомғаҡтары буйынса түңәрәк өҫтәл үтте.

Ағиҙелдә “Әсәм теле – сәсән теле” проектын тормошҡа ашырыуға йомғаҡ яһалды
Ағиҙелдә “Әсәм теле – сәсән теле” проектын тормошҡа ашырыуға йомғаҡ яһалды

Төп доклад менән китапхана методисы Нурия Исламова сығыш яһаны. Уның һүҙҙәренсә, проект, тәү сиратта, үҫеп килеүсе быуында һәм уларҙың ата-әсәләрендә туған телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләүгә, халыҡ мәҙәниәте сығанаҡтарына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Уның төп маҡсаты - тыуған яҡты өйрәнеү, мәҙәни-ағартыу саралары уҙғарыу ярҙамында башҡорт телен һаҡлауға, үҫтереүгә һәм уны мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балалар, шулай уҡ уларҙың ата-әсәләре араһында популярлаштырыуға булышлыҡ итеү.

Гранттың суммаһы 340 000 һум тәшкил итте. Был аҡсаға  тыуған яҡты  өйрәнеү буйынса китаптар, башҡорт милли кейемдәре, саралар үткәреү өсөн ҡорамалдар һатып алынды. Проект 2023 йылдың 1 сентябрендә тормошҡа ашырыла башлаған һәм 2024 йылдың сентябрендә тамамлана.

Проектты тормошҡа ашырыу барышында ирекмәндәр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр мөмкин тиклем ярҙам күрһәтте. Китапхана директоры Гөлназ Хөснөтдинова «Тулҡын ҡырында» мәҙәниәтте үҫтереү үҙәге директоры Хәлиҙә Завьялова исеменән һөҙөмтәле үҙ-ара эш итеү һәм проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеү өсөн әүҙем ҡатнашыусыларға Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. 

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас: