Роза Нурисламова өсөн быйылғы уҡыу йылы иҫәп буйынса 30-сы. Мәктәп тураһында тәжрибәле педагог сәғәттәр буйына һөйләй ала. Ғәжәп түгел, сөнки был уның тормошо, тәҡдире һәм шатлығы. Ошо хәйләкәр ҡатынды тыңлағанда һоҡланыу тойғоһо кисерәһең - барыһы тураһында ла, бөтәһе тураһында ла тик яҡшы кимәлдә һөйләй. Ул Бөрө педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлағандан һуң 1995 йылдың авгусында 1-се мәктәп коллективына килә. Ун йыл дауамында балаларҙы математикаға өйрәтте. 2005 йылда ставкаға тиклем сәғәттәр етмәгәйне. Йәш уҡытыусыға башланғыс кластарҙа башҡорт теле дәрестәрен алып барырға тәҡдим иткәндәр. «Шул уҡ йылда предмет буйынса квалификацияны күтәреү курстары үтте. Киләһе йылда, уҡып сыҡҡандан һуң, башҡорт теле уҡытыусыһы дипломын ала, - ти Роза Рәшит ҡыҙы. - Барыһы ла еңел бирелде, сөнки 1 кластан телде өйрәндем..."
Тулыраҡ гәзиттә уҡығыҙ.