Ағиҙелдәр 2020 йылда ҡала скверын төҙөкләндереү өсөн тауыш биреп, уларға бирелгән мөмкинлектән файҙаланды. Бөгөн был урынды танымаҫһың. Бында күп һанлы ҡыуаҡтар һәм ағастар араһында яҡшы ял итергә, чабрец һәм лаванда, мелисса һәм розмарин, можжевельник һәм хатта экзотик үҫемлектәр менән үҙенсәлекле сәскә түтәлдәренә һоҡланырға мөмкин. Улар тураһында мәғлүмәтменән стендтары ла ҡуйылған. Хатта бесәйҙәр өсөн дә оригиналь өй төҙөлгән, унда алар нимәлер ашай ала.
Тактиль баҡсала эскәмйә һәм урналар ҡуйылған, матур йәйәүлеләр юлдары, яҡтыртыу, ямғыр ка нализацияһы эшләнгән.
Баҡсала шулай уҡ асыҡ һауалағы музей бар. Ул бәләкәй майҙансыҡта китап биттәре рәүешендә эшләнгән. Тамашасы, әйтерһең дә, бер биттән икенсеһенә күсә. Бында Ағиҙел ҡалаһы һәм Краснокама районы тарихы компактлы рәүештә тергеҙелгән. Бына , мәҫәлән, «Беҙҙең тамырҙарыбыҙ» рубрикаһы аҫтында стенд. Уҡыйбыҙ: «1986 йылдан Башҡорт дәүләт университетының ғилми экспедицияһы өс йыл дауамында Башҡортостан атом электр станцияһы төҙөлөшө зонаһында тикшеренеүҙәр алып бара. Тра-Тау ҡаласығын ентекле тикшереү һөҙөмтәһендә Тимер быуаттың ананьин һәм бахмут мәҙәниәте торлаҡтарының эҙҙәре табыла. Беҙҙең яҡтарҙа тарих атаһы Геродот телгә алған фиссагет ҡәбиләләре йәшәгәнлеге билдәле».
Киләһе стендта 1795 йылғы исемлек буйынса Иҫке Ҡабан ауылында 95 кеше йәшәгәнлеге билдәле, Ялан-Күл ярында 16 йорт торған. Иҫке Ҡабан ауылы 1985 йылда буласаҡ Башҡорт атом электр станцияһы юлдаш ҡалаһы Ағиҙел төҙөлгәнлектән күскән. 1986 йылғы фотола Таҡталасыҡ ауылы һүрәтләнгән.
«Ағиҙел тулҡындары проекты» исемле стенд ҡыҙыҡлы. Ул проекттың концепцияһын асып һала. «Ағиҙел ҡалаһын совет модернизмы осоро ҡомартҡыһы тип ҡарарға мөмкин - хәҙерге замандың бөтә төҙөлөшө тәүге ҡиәфәтендә һаҡланған һәм пирамидалы тополдәр менән уратып алынған, улар идеаль совет ҡалаһының тормошҡа ашырылған картинаһы булып тора. Ағиҙелдә Пентагон, Шанхай, Бродвей һ. б. халыҡ ҡушаматтары алған йорттар бар».
- Беҙ дуҫым менән бында йыш йөрөйбөҙ, - ти Р.Холбан исемендәге 1-се мәктәптең һигеҙенсе синыф уҡыусыһы Зарина Вилданова. - Мәктәпкә барғанда, файҙалы белем һәм эмоциялар алыу, энергия менән тулыланыу өсөн махсус рәүештә ошо парк аша үтәбеҙ. Ә кистәрен ял итергә, фонтан тауышына төш күрергә киләбеҙ.
Фекер
Юлия ШИРОБОКОВА, мәғлүмәт-аналитика эше һәм социаль коммуникациялар бүлеге начальнигы:
- «Ағиҙел Тулҡындары» паркы концепцияһын бөтә ҡала тикшерҙе. Ҡала халҡы үҙҙәре тәҡдимдәр индерҙе, беҙ уларҙы бергәләп планлаштырҙыҡ, бәлки, шуға күрә беҙ бөтә Рәсәй конкурсында еңгәнбеҙдер. Республика башлығы Радий Хәбиров граждандарҙың башланғыстарын яҡлау бик мөһим, тип һыҙыҡ өҫтөнә ала. Шулай итеп, беҙ ҡала халҡының йәшәү сифатын яҡшыртырға ғына ярҙам итмәйбеҙ, биләмәләрҙе төҙөкләндереү, юлдарҙы ремонтлау, яҡтыртыуҙы ойоштороу, төҙөлөш мәсьәләләрен хәл итәбеҙ.