27 августа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» республика иң яҡшы тәжрибәләр фестиваленең йомғаҡлау этабында ҡатнашты. Төбәк етәксеһе конкурс еңеүселәрен ҡотланы һәм гран-при яулаусыларға сертификаттар тапшырҙы.
Конкурс ике этапта үтте. Беренсе этапта, июль башында, муниципалитет хакимиәттәре өлкән быуын граждандары менән эшләүсе йәмәғәт ойошмалары һәм социаль учреждениелар араһынан бер практика буйынса һайлап алды. Һөҙөмтәлә составы 10 кешенән артыҡ булмаған муниципаль командалар ойошторолдо.
Фестивалдең икенсе этабында, 16 июлдән 14 авгусҡа тиклем, һәр команда видеоролик һәм визит карточкаһы тәҡдим итте. Зона турҙарында 56 район һәм ҡала, шул иҫәптән Өфөнөң ете районы ҡатнашты.
Республика конкурсында барлығы һигеҙ команда гран-при яуланы. Улар араһында - Яңауыл районының район ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы эргәһендә эшләп килгән «Тормош шатлығы»командаһы (етәксеһе Илһөйәр Проскурякова).
Ҡотлайбыҙ!