Ҡурай
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
24 Сентябрь , 20:42

Ағиҙел еңел атлеттары Халыҡ-ара марафонда еңеү яуланы

Уҙған ял көндәрендә Башҡортостандың баш ҡалаһында Өфөнөң 450 йыллығына арналған унынсы халыҡ-ара марафон уҙҙы. Ярыштарҙа донъяның 43 төбәгенән һәм 50 иленән ун меңдән ашыу йүгерек ҡатнашты. Иң өлкән ҡатнашыусыға - 85 йәш.

Ағиҙел еңел атлеттары Халыҡ-ара марафонда еңеү яуланы
Ағиҙел еңел атлеттары Халыҡ-ара марафонда еңеү яуланы

Ярыштар шәмбе көндө балалар ярыштарынан башланды. Һәм икенсе көндө, йәкшәмбелә, ике, биш, ун, 21 һәм 42 саҡрым арауыҡта дауам итте. Ундан ашыу йүгереүсе, роллер һәм хэнбайкер 2-42 саҡрым арауыҡтан старт алды. Марафон трассаһы Зәки Вәлиди урамы, ҡала проспекттары буйлап үтте һәм «Динамо» стадионында тамамланды. Унда ойоштороусылар ҙур саралар зонаһын ойошторҙо, атап әйткәндә, төп сәхнәлә популяр Рәсәй башҡарыусылары сығыш яһаны.

Ярыштарҙа Ағиҙел йүгереүселәре лә ҡатнашты. Үҙҙәренең йәш төркөмдәрендә старт юлына сыҡтылар: ун өс йәшлек Кирилл Антипин - биш саҡрым, ун биш йәшлек Инсаф Сәрүәров - ун саҡрым. Икеһе лә, дәғүәселәренең күп булыуына ҡарамаҫтан, алға сығып,  алтын миҙалдар яулай алды.

Марафонда яҡташыбыҙ һаулыҡ мөмкинлектәре сикле булғанДим Үтәғолов та ҡатнашты, ул ике саҡрым арауыҡты үтте һәм иҫтәлекле миҙалға лайыҡ булды.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас: