Ҡурай
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
24 Сентябрь , 20:37

Ағиҙел спортсылары - Бөтә Рәсәй ярыштары еңеүселәре"

2 сентябрҙә Краснодар крайының Витязев ҡасабаһында Бөтә Рәсәй үҫмерҙәр һуғыш сәнғәте уйындары сиктәрендә мас-рестлинг буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары үтте. Башҡортостан Республикаһы исеменән Ағиҙел ҡалаһының Р.Уразбахтин исемендәге балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенән ике спортсы: Тлеспаев Эмиль һәм Ангелина сығыш яһаны. Ике спортсы ла 16-17 йәш категорияһында алтын миҙалдар яуланы.

Ағиҙел спортсылары - Бөтә Рәсәй ярыштары еңеүселәре"
Ағиҙел спортсылары - Бөтә Рәсәй ярыштары еңеүселәре"

Иң ауыр алышты Эмиль финалда яҡут спортсыһына ҡаршы үткәрҙе. Яҡуттар ошо спорт төрөн башлап ебәреүселәр һәм фавориттар. Әммә спортсыбыҙ бер тигеҙ алышта лайыҡлы еңеү яуланы һәм чемпион булды.

Ангелина ярышташтарынан лайыҡлы ҡаршылыҡ күрмәне һәм еңел генә үҙенең ауырлыҡ категорияһын яуланы.

Спортсылар юғары кимәлдәге абруйлы ярыштарҙа сағыу еңеүҙәр яулап, ҡалабыҙҙы данланы.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас: