Ҡурай
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
24 Сентябрь 2024, 20:22

Ағиҙелдә һыу аҫтынан балыҡ тотоу фестивале үтте

Һыу аҫтынан балыҡ тотоу буйынса ғәйәт ҙур спорт байрамы 20-22 сентябрҙә Ағиҙелдә үтте. Шәмбе көндө Апаиш йылғаһы буйында илдең туғыҙ төбәгенән йөҙҙән ашыу ҡатнашыусы үҙҙәренең оҫталығын күрһәтеү өсөн йыйылды.

Ағиҙелдә һыу аҫтынан балыҡ тотоу фестивале үтте
Ағиҙелдә һыу аҫтынан балыҡ тотоу фестивале үтте

Фестиваль 24 йыл миҙгелен ябыуға арналды, ә миҙгелде  асыу сараһы быйыл яҙ Татарстан Республикаһының Минзәлә ҡалаһында үтте.

- Был сара Ағиҙел халҡы өсөн ысын байрамға әүерелер һәм күпселек халыҡты ҡыҙыҡһындырыр, тип ышанабыҙ, - тип билдәләне ярыштарҙы асыу тантанаһында БР Һыу аҫты һунары федерацияһы етәксеһе Радмир Хәйруллин.

Был юлы ҙур уңыш Ағиҙел ҡунаҡтарына - Артем Юдинға (Силәбе ҡалаһы) һәм Марат Шәрәфетдиновҡа (Өфө ҡалаһы) йылмайҙы. Улар 10 килограмлыҡ суртан һәм һаҙан аулағандар. Профессионалдар араһында өсөнсө урынға Олег Рубаник (Копейск ҡалаһы) күтәрелде. Ул биш килограмға яҡын ауырлыҡтағы балыҡты тотҡан. Яңы балыҡ тота башлаусылар   араһында Ольга Портова өсөнсө урынды алды (Яр Саллы ҡалаһы), икенселә - Ян Ғәсюль (Дәүләкән районы), ә пьедесталдың юғары баҫҡысына Ҡазандан Евгений Камалов күтәрелде. Команда зачётында Силәбе өлкәһе спортсылары - алтын, Татарстандың баш ҡалаһынан «Казан Сити» командаһы көмөш миҙал яуланы, ә бронза миҙалды яҡташтарыбыҙ, «РыбСнаСбыт» төркөмө алды. Улар бөтәһе лә ҡиммәтле приздар алды.

- Һыу аҫтында балыҡ тотоу шул тиклем ҡомарлы спорт төрө икәнлеген күҙ алдына ла килтерә алмай инем, - тип уртаҡлашты хакимиәт башлығы Денис Ирназаров. - Бәхетлеләрҙең янып торған күҙҙәре, тәьҫораттар. Быны күрергә кәрәк ине!

Был көндө ҡала халҡы һәм фестиваль ҡунаҡтары өсөн Р.Уразбахтин исемендәге Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге хеҙмәткәрҙәре биш йөҙ өлөшкә иҫәпләнгән хуш еҫле уха әҙерләне. Спорт байрамында ике меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Байрам программаһын «Караш-ТВ» ҡала телестудияһы алып барҙы. «Иҙел» мәҙәниәт йорто артистары ҡунаҡтарға үҙ ижадын күрһәтте.

Автор: Ирина Вильданова
Читайте нас