Ҡурай
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
25 Сентябрь , 20:18

Ағиҙел ҡала китапханаһында виртуаль зал асылды

Был учреждение коллективының Рәсәй Федерацияһы субъекттарының «Мәҙәниәт» милли проектының «Һанлы мәҙәниәт» федераль проекты сиктәрендә виртуаль концерт залдары булдырыуға федераль субсидия йәлеп итеү конкурсы буйынса һайлап алыуында еңеүе һөҙөмтәһендә мөмкин булды. 

Ағиҙел ҡала китапханаһында виртуаль зал асылды
Ағиҙел ҡала китапханаһында виртуаль зал асылды

Грант аҡсаһына Рәсәйҙең теләһә ниндәй нөктәһенән тура трансляцияны күрергә мөмкинлек биргән аппаратура һатып алынған. Алынған аҡсаға проекция һәм тауыш ҡорамалдары (проектор, моторлаштырылған экран, әүҙем акустик система, микшер пульты) һатып алынған һәм ул монтажланған. Проекттың маҡсаты - алдынғы мәғлүмәт технологияларын файҙаланып, академик музыка сәнғәтен камиллаштырыу.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар  тәүгеләрҙән булып яңы форматтағы мөмкинлектәрҙе һынап ҡараны һәм һәләтле башҡарыусыларҙың: П.И.Чайковский исемендәге концерт залынан "Березка" дәүләт хореография ансамбленең, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең сығыштарынан, шулай уҡ "Аҡҡош күле" рус классик балетынан өҙөктө ҡараны. Тамашасылар билдәләүенсә, улар ошо концерт залдарына килеп эләккән кеүек тойолдо.

-  Бөтә трансляциялар ҙа бушлай алып барыласаҡ, - тип билдәләне ҡала китапханаһы директоры Гөлназ Хөснөтдинова. - «Мәҙәниәт» милли проекты ярҙамында Ағиҙелдә тағы бер мәҙәни киңлек ойошторолдо. Виртуаль концерт залы китапхананың эшен байытып ҡына ҡалмаясаҡ, ә, яңы кешеләрҙе йәлеп итеп, уның статусын да күтәрәсәк.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас: