Ҡурай
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
25 Сентябрь , 14:37

Алма баҡсаһында «Аулаҡ өй» клубының яңы миҙгеле асылды

«Аулаҡ өй» клубы, алма баҡсаһына йыйылып, дүртенсе миҙгелен ҙур шатлыҡ менән асты.

Алма баҡсаһында «Аулаҡ өй» клубының яңы миҙгеле асылды
Алма баҡсаһында «Аулаҡ өй» клубының яңы миҙгеле асылды

Был көндө һауа торошо ҡояшлы булды. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар үҙҙәре менән ҡаҙан, ике самауыр алып килеп, татлы картуф бешерҙе һәм үлән ҡатыш хуш еҫле сәй ҡайнатты.

Аш-һыу әҙерләнгәнсе, хәл шатлыҡ менән тулды: баянсылар Рәсим Төхбәтуллин һәм Юрист Фазлетдиновҡа ҡушылып йырҙар һәм көйҙәр яңғыраны. Музыканың тауышы кәйефте күтәрә, һәм һәм һәммәһенең дә бейгеһе килә ине.

Барыһы ла өҫтәл тирәләй һый-ниғмәт алып йыйылғас, һәр кем сиратлап клуб тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Клуб ағзалары ошо берҙәм компанияны алып барыусы Хафаса Шәйехмурзинаға һәм уларҙың идеяларын хуплаған клуб рәйесе Рима Төхбәтуллинаға берҙәм тауыш менән рәхмәт белдерҙе.

Киләһе осрашыуҙы түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Клубтың һәр яңы миҙгеле үткәндәре кеүек үк сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ булһын, уның сафында ысын дуҫлыҡ үҫһен. «Аулаҡ өй» клубы мауығыу өсөн генә түгел, ә бар ағзаларын йылытҡан күңел йылыһы өсөн дә осрашыу урынына әүерелде.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас: