Ҡурай
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
26 Сентябрь , 20:43

Ағиҙел спортсыларының яңы уңыштары

21 сентябрҙә Өфө ҡалаһында милли һәм халыҡ спорт төрҙәре буйынса 28-се республика фестивале үтте

Ағиҙел спортсыларының яңы уңыштары
Ағиҙел спортсыларының яңы уңыштары

Ағиҙелдән беҙҙең спорт мәктәбендә  мас-рестлинг буйынса секция тәрбиәләнеүселәре һәм уларҙың тренерҙары сығыш яһаны. Алыш йомғаҡтары буйынса спортсыларыбыҙ 4 миҙел яуланы: Тлеспаев Эмиль,  Вохидов Тимур һәм Ангелина Кудашева өсөнсө урындар яуланы, уларҙың тренеры   Чупринов Константин көмөш миҙалға лайыҡ булды. 

Дүрт призлы урын алыу һөҙөмтәһендә Ағиҙел ҡалаһы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе командаһы масс-рестлинг буйынса сираттағы кубокты отоп, өсөнсө урын алды. Әйтергә кәрәк, беҙҙең йәш спортсылар ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар категорияһында сығыш яһаны, өлкән ҡатнашыусыларға лайыҡлы ҡаршылыҡ күрһәтте. Тлеспаев Эмилгә пауэрлифтинг буйынса Башҡортостан чемпионы ҡаршы торҙо. Ангелина Кудашева - Ангола спортсыһы, Вохидова Тимурға - ҡырғыҙстан спортсыһы. Өс ярышташ та беренсе урын алды. 

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас: