Ҡурай
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
27 Сентябрь 2024, 13:00

Махсус хәрби операцияға мәрхәмәтлек акцияһы

Ҡалтасы районының Кәкүш ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙам итеү маҡсатында акция үтте

Махсус хәрби операцияға мәрхәмәтлек акцияһы
Махсус хәрби операцияға мәрхәмәтлек акцияһы

Радий Хәбиров:

“Беҙ “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” принцибы буйынса йәшәргә тейеш. Республикабыҙҙа шулай булырға тейеш”.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға ярҙам йөҙөнән Рәсәйҙә күп һанлы акциялар һәм патриотик саралар ойошторола. Ҡалтасы районында ла “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!”  мәрхәмәтлек акцияһы сиктәрендә бер нисә аҙна дауамында концерттар үтте. Илебеҙ тыныслығын, именлеген һаҡлаған яугирҙарыбыҙға ярҙам итеү өсөн коллективтар, ойошмалар һәм битараф булмаған кешеләрҙе берләштерәбеҙ.

Тыуған илебеҙ азатлығы өсөн ғүмерҙәрен биргән геройҙарҙың ҡаһарманлығын иҫкә алырға 21 сентябрҙә Кәкүш ауыл мәҙәниәт йортона халыҡ йыйылды.

Сарала мәртәбәле ҡунаҡтар —“Хәрби туғанлыҡ” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Альберт Нияз улы Шаһиморатов, “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Сергей Ғәйнуллин һәм актив ағзалары — хәрби хеҙмәт ветерандары һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар, шулай уҡ ауыл халҡы һәм башҡа ауылдарҙан килгән ҡунаҡтар ҡатнашты.

Концерт башланыр алдынан бер минут тын тороп, ауылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙарҙы иҫкә алдылар, һәйкәлгә сәскәләр һалдылар. Артабан махсус хәрби операцияла һәләк булған ике туған Артем Биктимеров һәм Денис Шараевҡа таҡтаташ астылар.

Был ябай концерт ҡына булманы,  йыр һәм бейеүҙәр, иҫтәлектәр аша ауылдаштар үҙҙәренең ҡайғырыуын һәм рәхмәтен белдерҙе. Юғалтыуҙар турында һөйләү һәр ваҡыт ауыр, йәштәрҙең ғүмере өҙөлһә, был икеләтә ауыр. Хәрби бурыстарын үтәгәндә ҡыйыулыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәндәре өсөн улар икеһе лә үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә.

Сараны Түбәнге Ҡасмаш ауыл биләмәһе башлығы Вера Владимировна Манаева асты. Район Советы депутаты Павел Тосаев Артем һәм Денис тураһында йылы һүҙҙәр әйтте.

“Хәрби туғанлыҡ” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Альберт Нияз улы Шаһиморатов йәмәғәт ойошмаһы ағзаларына таныҡлыҡтар тапшырҙы. Барлығы 25 кеше таныҡлыҡ алды.

 

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, август башында Ҡалтасы районында “Хәрби туғанлыҡ” Бөтә Рәсәй ветерандар йәмәғәт ойошмаһының урындағы бүлексәһе асылды. Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәр ветераны Сергей Ғәйнуллин етәксе итеп һайланды.

Альберт Нияз улы, йыйылыусыларға мөрәжәғәт итеп, уларҙың ҡаһарманлығының әһәмиәте, һәр тарихта ҡыйыулыҡ ҡына түгел, ә Тыуған илгә һөйөү, тыныслыҡ һәм хәүефһеҙлек өсөн барыһын да бирергә әҙер булыуҙары тураһында һөйләне. Таныҡлыҡтар тапшырыу  — ул рәсмилек кенә түгел, илде лайыҡлы яҡлағандарҙың батырлығын һәм фиҙаҡәрлеген таныу, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Бер интервьюһында республика Башлығы: “Һәләк булғандар иҫтәлеге йылдар буйына һаҡланырға тейеш. Уларҙың ғаиләһе тураһында даими хәстәрлек күрергә, улар менән йәнәшә булырға тейешбеҙ” — тине.

Был кистә Артем һәм Денистың ата-әсәһе Снежана һәм Рудик Биктимеровтарға, Динә Биктимероваға Рәсәй патриоттары, ысын яугирҙар, Ватанды һаҡлаусылар үҫтергәндәре, үҙ ғүмерҙәре хаҡына Ватан именлеген тәьмин итеү буйынса хәрби бурыс үтәгәндәре, шул уҡ ваҡытта батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ, антҡа тоғролоҡ күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерелде.

“Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!” мәрхәмәтлек акциялары быға тиклем Урта Ҡасмаш, Ҡалмыябаш, Калегин, Бабай, Вәсил ауылдарында ла үтә. Кешеләр битараф түгел һәм ҡулдарынан килгәнсә яҡташтарына ярҙам итергә тырыша. Теләк бер — еңеү тиҙерәк яуланып, яугирҙарыбыҙ тыуған яҡтарына иҫән-имен әйләнеп ҡайтһын!” — тине Альберт Шаһиморатов.

Акция ижади коллективтар ҡатнашлығында үҙешмәкәр концерт менән дауам итте. Концерттан йыйылған аҡса Ҡалтасы районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға ярҙам ойоштороуға йүнәлтеләсәк.

Сара 21 сентябрҙә — Бөтә донъя тыныслыҡ көнөндә үтте. Был көндөң маҡсаты —көс ҡулланыуға һәм агрессияға ҡаршы тороу өсөн кешеләрҙе көстәрен берләштерергә саҡырыу. Тыныслыҡ — тормоштоң төп ҡиммәте. Бөтә донъяла тыныслыҡ булһын! 

Автор: Надежда Сандалова
Читайте нас