Ҡурай
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
27 Сентябрь , 11:56

Йорт диуарҙарында - Ағиҙел тарихы

Ағиҙелдәге ике күп фатирлы йорттоң стеналары һүрәттәр менән биҙәлде.

Йорт диуарҙарында - Ағиҙел тарихы
Йорт диуарҙарында - Ағиҙел тарихы

Ҡалабыҙҙың үҫеш тарихы сағыу төҫтәрҙә сағылған биналар - Йәштәр урамындағы 6-сы һәм 8-се йорттар. Өфө ҡалаһынан рәссам Мансур Зыяев һәм уның куратор Артур Рәхмәтов тарихты сағылдырған, тәүге төҙөүселәр образын тыуҙырған һәм замандаштарын һынландырған.

Артур Рәхмәтов был проект тураһында бына нимәләр һөйләне:

- Дөйөм алғанда, паблик-арт «Үткән һәм киләсәк араһында атом энергетикаһы феномены» тип атала. Рәссамдарҙың йорт фасадтарындағы эше атом һәм кеше энергияһының бығаса булмаған бәйләнешен күрһәтә. Беренсе паннола элекке заман, АЭС төҙөлөшө, тораҡ пункттың барлыҡҡа килеү һәм үҫеш тарихы һүрәтләнгән: иртәнге томан аша Апаиш йылғаһында төҙөлә башлаған ҡала фрагменттарын күрәбеҙ. Был беҙҙең үткәнебеҙ. Үкенескә күрә, атом станцияһы төҙөлөшө туҡтатылған, ә тормош һаман дауам итә... Шуға ярашлы, икенсе паннола йәш ғаилә һәм сәскә һүрәтләнгән - ул тормошто, йәмғиәттәге яңы ғаилә өлөшөн символлаштыра. Ә робот- эт - ул киләсәк, һәм шул уҡ ваҡытта ниндәйҙер алыҫ һәм фантастик түгел. Эт - кеше дуҫы! Кешеләрҙең күбеһенең дүрт аяҡлы дуҫтары бар. Ә йәш кешенең арҡаһындағы «А30» эмблемаһы 2030 йылға тиклем Ағиҙел ҡалаһы үҫеше концепцияһын символлаштыра. Өҫтәүенә, ҡаланың киләсәге бар. Бындай сәнғәттең маҡсаты - ҡаланың биләмәһен биҙәүҙән тыш, урындағы халыҡ менән билдәле бер темаға диалог булдырыу, уларҙы дөйөм үҫеш эшендә ҡыҙыҡһындырыу.

- Был картиналар ғәйәт ҙур ваҡыт арауығын үҙ эсенә ала, - тип иҫәпләй ҡалала йәшәүсе сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы һәм ошо йорттарҙың береһендә йәшәүсе Илгиз Таһиров. - Яратҡан ҡаласығыбыҙҙың нимәнән башланыуы һәм бөгөн уның ниндәй булып китеүе асыҡ күренә. Хатта киләсәк күренеп тора. Уны, мәҫәлән, эт - робот төшөрөлгән граффитиҙың бер өлөшөнән сығып баһаларға мөмкин. Ошо һүрәттәрҙе күргәндәрҙең барыһы ла үҙҙәренең ошо йорттар урынлашҡан райондың архитектураһын һәм ҡабул итеүен үҙгәртеүҙәрен билдәләй.

Бындай тәжрибәнең артабан таралыуы яҡшы булыр ине. Йорт диуарҙарында төшөрөлгән бындай картиналар халыҡтың кәйефен яҡшыға үҙгәртә, ә йәштәр өсөн тыуған ҡала тарихы буйынса үҙенсәлекле ҡулланма булып хеҙмәт итә ала. Өҫтәүенә, ҡаланың юбилейы алдынан Ағиҙел халҡына асырға һәм киң күрһәтергә мөмкин булған төрлө темалар етерлек.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас: