Ҡурай
+10 °С
Ясно
Урындағы яңылыҡтар
27 Сентября 2024, 08:15

Йылы буласаҡ!

Краснохолмский ауылында йылытыу миҙгеле башланыуға үҙәк ҡаҙанлыҡта яңы ҡоролма файҙаланыуға тапшырыласаҡ

Йылы буласаҡ!Йылы буласаҡ!
Йылы буласаҡ!

Үткән йылдың яҙынан башланған ҡаҙанлыҡ һәм йылытыу менән тәьмин итеү селтәрен реконструкциялау буйынса эштәр аҙағына яҡынлаша. Был эштәрҙе “Билд” төҙөлөш компанияһы башҡара, проект етәксеһе урынбаҫары Игорь Веревкин әйтеүенсә, эштәр ваҡытында тамамланасаҡ, йылытыу миҙгеле башланғансы йылы һәр йортҡа барасаҡ.

—    Магистраль коллектор техник һыу менән тултырылған, — тип аңлата Игорь Васильевич, — артабан участка артынан участка үткәргес торбаларҙы артабан тултырыу, преслау эштәре башҡарыласаҡ, йылылыҡ йөрөтөүсе үткәргес буйлап йөрөй башлаясаҡ. Был күләмле проектҡа килгәндә, иҫке ҡаҙанлыҡ урынына яңыһы урынлаштырылды: төп үткәргестәр, газ менән тәьмин итеү системаһы, насос ҡорамалдары тулыһынса алмаштырылды, өҫтәмә йылытыу системаһы булған иҫке пар ҡаҙаны урынына хәҙер экономиялы һыу йылытыу ҡоролмалары эшләй. 

“Краснохолмский йылылыҡ селтәрҙәре” директоры Радмир Усманов билдәләүенсә, башҡарылған эштәрҙең һөҙөмтәһе халыҡ өсөн бәлки иғтибарһыҙ ҡалыр, сөнки ауылдың бөтә күп фатирлы йорттарына һәм ойошмаларына йылылыҡ элеккесә барасаҡ. Ә йылылыҡты ваҡытында һәм өҙлөкһөҙ биреү өсөн яуаплы хеҙмәтләндереү компанияһы хеҙмәткәрҙәре өсөн был ысын бүләк.

— Был проект киләһе ҡыштарҙа беҙ ҡасан, ҡайҙа етешһеҙлектәр килеп сығыр икән тип көтөп тормаҫ өсөн уйлап сығарылған, - ти Радмир Таһир улы. - Краснохолмский үҙәк ҡаҙанлығы ресурсының күптән файҙаланылыуы, үткәргес торбаның яраҡһыҙ хәлдә булыуы бер кемгә лә сер түгел. Беҙ барлыҡҡа килгән өҙөклөктәрҙе бөтөрә килдек, тишектәрҙе ямап торҙоҡ. Шул уҡ ваҡытта ауылдағы һыу үткәргесте реконструкциялау өҫтөндә эшләйбеҙ — был да ярайһы уҡ ҙур проект, тиҙ түгел, еңел түгел, әммә уның ярҙамында, һөҙөмтәлә, бөтә халыҡ һыу менән өҙлөкһөҙ тәьмин ителәсәк. 

Шуныһы ла мөһим, эштә ҡулланылған бөтә материалдар илебеҙҙә етештерелгән, сифат буйынса  сит илдекенән бер ҙә ҡалышмай.  Импортты алмаштырыу программаһы беҙҙең етештереүселәрҙе бөгөн ваҡыттан алда барырға мәжбүр итә. 

—    Беҙ хеҙмәтләндереүҙең юғарыраҡ кимәленә сығабыҙ, — тип өҫтәй был өлкәлә 40 йылдан ашыу эшләүсе үҙәк ҡаҙанлыҡ начальнигы Рәмил Солтанхәмит улы Вәлиев. — Автоматлаштырылған яңы ҡоролма ҡаҙанлыҡ персоналының эшен еңеләйтеп кенә ҡалмаясаҡ, ә артыҡ сығымдар булдырмаҫҡа ла мөмкинлек бирәсәк.

Башҡарылған эштәрҙе “Краснохолмский йылылыҡ селтәрҙәре” киләһе ҡышта баһалай аласаҡ. Үҙгәрештәрҙең яҡшы яҡҡа икәнлеге әле үк күренә.

Йылы буласаҡ!
Йылы буласаҡ!
Автор:Надежда Сандалова
Читайте нас