Ҡурай
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
30 Сентябрь , 16:47

Разведчик исемендәге илһөйәрҙәр клубы асылды

Ул Ильяс Кәлимуллин исемен йөрөтә

Разведчик исемендәге  илһөйәрҙәр клубы асылды
Разведчик исемендәге илһөйәрҙәр клубы асылды

27 сентябрҙә Яңауыл гимназияһында Ильяс Кәлимуллин исемендәге "Коллиматор"  клубы асылды. Гвардия сержанты, махсус тәғәйенләнеш төркөмө разведчигы хәрби бурысын үтәгәндә һәләк  була. Былтыр июнь аҙағында Яңауылда бөтә хөрмәт менән ерләнде.

Юғарыла аталған сара гимназияның бөтә уҡыусылары һәм педагогтары өсөн әһәмиәтле ваҡиға булды.  Унда һәләк булған яугирҙың әсәйе Ҡәҙриә Нәбиулла ҡыҙы, шулай уҡ батырҙың хеҙмәттәштәре,  командиры, класташтары ҡатнашты.

Автор:Раушания Гарифуллина
Читайте нас: