Ҡурай
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
16 Октябрь , 14:59

Ағиҙелдә «Беренселәрҙең хәрәкәте»нең семинары үтте

Ағиҙелдә Р.Холбан исемендәге 1-се мәктәп базаһында «Беренселәрҙең хәрәкәте» Дөйөм Рәсәй балалар һәм йәштәр ижтимағи-дәүләт хәрәкәтенең урындағы бүлексәһенең беренсе уҡытыу семинар-кәңәшмәһе үтте.

Ағиҙелдә «Беренселәрҙең  хәрәкәте»нең семинары үтте
Ағиҙелдә «Беренселәрҙең хәрәкәте»нең семинары үтте

Семинарҙы асыу тантанаһында  1-се мәктәптең 5А класының уҡыусылары «Беренселәрҙең Хәрәкәте» сафына инде.

Төркөмдәргә бүленеп, семинарҙа ҡатнашыусылар «Әйҙә, һөйләшәйек» эшлекле уйынында һәм «Команда» креатив уйынында ҡатнашты.

«Беренселәрҙең хәрәкәте»  конференцияһы барышында урындағы бүлексә Советы һәм уның рәйесе һайланды. Рәйес вазифаһына өс кандидат дәғүә итте: 1-се мәктәптән Азалия Әминева, 2-се мәктәптән Таһир Сәғиров һәм Башҡорт гимназияһынан Карина Камалетдинова. Һәр бер уҡыусы үҙ-үҙен таныштырыу менән сығыш яһаны. Һайланған Совет фекеренсә, иң ышандырырлыҡ Таһир Сәғиров булды, ул йәштәр менән халыҡ-ара аралашыу тәжрибәһенә эйә һәм конкурстарҙа һәм йәмәғәт эшмәкәрлегендә ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшә. Уны күпселек тауыш менән рәйес итеп һайлайҙар.

Уҡытыу семинары тамамланғандан һуң Ағиҙел ҡалаһының «Беренселәрҙең хәрәкәте» менән үҙ-ара эш итеү буйынса муниципаль координация советы ултырышы үтте. Совет эшендә хакимиәт башлығы Денис Ирназаров ҡатнашты. Денис Илдар улы башҡарылған эш тураһында отчет тыңланы һәм хәрәкәт эшмәкәрлегендә ниндәй ауырлыҡтар тыуыуы менән ҡыҙыҡһынды.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас: