Ҡурай
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
18 Октябрь , 12:18

Ғаиләңдең тарихын нисек һаҡлап ҡалырға: Рина Шәфиеваның тәжрибәһе

Республика көнө алдынан Үҙәк ҡала китапханаһында ҡыҙыҡлы сара уҙҙы. Рина Шәфиева Мансуровтар ғаиләһенең шәжәрә ағасы хаҡында һөйләне. Ул йыйылыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған үҙ ырыуының тарихы менән уртаҡлашты.

Ғаиләңдең тарихын нисек һаҡлап ҡалырға: Рина Шәфиеваның тәжрибәһе
Ғаиләңдең тарихын нисек һаҡлап ҡалырға: Рина Шәфиеваның тәжрибәһе

Сараға Рина Сафа ҡыҙының туғандары ла саҡырылғайны, улар был ваҡиғала ихлас ҡатнашты.

Рина Сафа ҡыҙының әсәһе, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Сталинград һуғышында ҡатнашыусы Нәфисә Йыһангирова ете быуынға тиклем шәжәрәһен төҙөгән булған. Ул Дүртөйлө районының Етембәк ауылы советы архивта уның ағаһы, билдәле татар шағиры Зыя Мансурҙың шәжәрәһенә заказ биреүен белеп ҡалған һәм үҙ эшендә ошо шәжәрәнең мәғлүмәттәрен файҙаланған.

Мансуровтарҙың шәжәрәһе башҡорт старшинаһы Ғәбделфәиздән (1773 йылда тыуған) башлана. Үкенескә күрә, был схемала тик ир-егеттәрҙең исемдәре генә күрһәтелгән. Рина Сафинаның ата-бабалары ҡараған Йылан ырыуы тарихы 2015 йылда донъя күргән «Башҡорт ырыуҙары тарихы» китабында һүрәтләнгән. Был ырыуҙың вәкилдәре бөгөн Башҡортостан Республикаһының Борай, Дүртөйлө, Илеш, Калтасы һәм Саҡмағош райондарында йәшәй. Был китапта 1917 йылғы халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары баҫылған, унда  хужалыҡ тураһында, ғаилә башлығы һәм уның улдары  тураһында мәғлүмәт  индерелгән,  һәм айырым графала ғаиләнең ҡатын-ҡыҙҙары тураһында мәғлүмәт бирелгән.

Рина Сафа ҡыҙы әйтеүенсә, уның әсәһе Нәфисә Мансур ҡыҙы дүртенсе быуындан бирле ата-бабаларын хәтерләгән: Рина Сафа ҡыҙының ҡарт олатаһы Ахунйән менән уның өс улы - Мансурйән, Сабирйән һәм Әхмәтйәнде. Мансурйәндең 12 балаһы булған.

Рина Сафа ҡыҙы бер нисә элекке фотоһүрәттәр  күрһәтте, һәр туғанының тарихы һәм шәжәрәне нисек төҙөүе хаҡында һөйләне. Ул үҙ ырыуы вәкилдәрен генә түгел, ҡатындарын һәм ирҙәрен, шулай уҡ тыуған көндәрен яҙып барған. Яңы тыуған балалар тураһында даими мәғлүмәт биреп, йәки өлкән йәштәге туғандарының вафат булған көнөн яҙып алыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

Ғаиләнең генеалогия ағасын төҙөгән ваҡытта автор ҡыҙыҡлы законлыҡ тапҡан. «Олатайымдың ун ике балаһы булған, алтыһы - малай, алтыһы - ҡыҙ  булған. Артабан ул ғаиләләре тулы булған киләһе быуындарҙа ла төрлө енес балаларҙың да һаны тура килеүен билдәләне. Автор фекеренсә, был ғәжәп тәбиғи гармония сағылышы.

Сығыш аҙағында Рина Сафа ҡыҙы үҙенең шәжәрәһен өйрәнеп китап сығарыу буйынса башланған эште тамамлау хыялы менән бүлеште. Шулай уҡ ул әсәһенең «Һуғыш хаҡында хәтирәләрем» китабын Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына баҫтырып сығарырға ниәтләй.

Был сара ғаиләнең тарихын һаҡлап ҡалыу һәм уны киләсәк быуындарға тапшырыу өсөн яҡшы мөмкинлек булды. Ул беҙгә ғаилә бәйләнештәренең мөһимлеген һәм һәр ҡайһыбыҙҙың ҙур тарихтың бер өлөшө булыуын хәтергә төшөрҙө.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас: