Макулатура йыйыу һәм тапшырыу буйынса асыҡ ярышта беренсе урынды Руслан Холбан исемендәге 1-се дөйөм белем биреү мәктәбе яуланы. Мәктәп уҡыусылары 1316 килограмм ҡағыҙ һәм 750 килограмм картон йыйған һәм тапшырған. Улар дөйөм суммаһы 6762 һумға 2 тоннанан ашыу макулатура тапшырған.
Иң яҡшы күрһәткестәр 3«А» класында. Клас уҡыусылары 114 килограмм самаһы ҡағыҙ, 47 килограмға яҡын картон, бөтәһе 160 килограмм самаһы макулатура йыйып тапшырҙы.
Ә ике көн эсендә 5 тоннанан ашыу ҡағыҙ, 1 тоннаға яҡын картон - бөтәһе 6 тонналап макулатура йыйылған һәм тапшырылған. Әйтергә кәрәк, был бик яҡшы күрһәткес!