Ҡурай
+22 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
23 Октября 2024, 12:39

Ағиҙелдә Ветерандар советының яңы етәксеһе һайланды

21 октябрҙә Ағиҙелдә урындағы Һуғыш, хеҙмәт, ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары Советына яңы етәксе һайланды.

Ағиҙелдә Ветерандар советының яңы етәксеһе һайландыАғиҙелдә Ветерандар советының яңы етәксеһе һайланды
Ағиҙелдә Ветерандар советының яңы етәксеһе һайланды

Алдағы бер нисә йылда йәмәғәт ойошмаһын Әлфиә Дәүләтова етәкләйәсәк, ул яҡташтарына яҡшы таныш. Ҡала Советы депутаты булараҡ ул БР бишенсе саҡырылыш Ағиҙел ҡалаһы ҡала округы Советының социаль-гуманитар мәсьәләләр һәм хоҡуҡ тәртибен һаҡлау буйынса комиссияһы вәкиле булып тора. Шулай уҡ ҡаланың тыуған яҡты өйрәнеү музейын етәкләй. Әйткәндәй, ул ҡасандыр уны ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡан. Был учреждениела Әлфиә Әбүзәр ҡыҙы бик күп ижади идеяларын тормошҡа ашыра алды һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр активын ойошторҙо.

Ветерандар ойошмаһы ултырышында ҡатнашыусылар Әлфиә Әбүзәр ҡыҙының эшлекле һәм шәхси сифаттарын билдәләне һәм уның йәмғиәткә файҙа килтереү теләге һәм ҙур потенциалы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. 

Ағиҙел ветерандары яңы рәйес кандидатураһы өсөн берҙәм тауыш бирҙе. Улар үҙҙәренең яңы рәйесенә эштәрендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләне һәм һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙер булыуҙарын белдерҙе.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас