-1 °С
Болотло
- Әлеге ваҡытта буласаҡ ҡоролманың ағас каркасы йыйылған, эште төҙөүсе ноябрь аҙағына тиклем тамамларға планлаштыра, - тип һөйләй хакимиәт башлығы урынбаҫары Рәмил Ғәниев.
Хушлашыу йорто быйыл йыл аҙағында асыласаҡ. Уның хушлашыу саралары уҙғарыласаҡ, мәйеттәр йыуыласаҡ, йола кәрәк-яраҡтары һатыласаҡ. Кешеләр билдәләүенсә, ҡалабыҙҙа бындай ҡоролма булдырыу - яҡшы эш.
- Беҙ мәрхүм туғандарыбыҙҙы онотмаҫҡа һәм хөрмәт итергә, уларҙы һуңғы юлға лайыҡлы оҙатыу мөмкинлегенә эйә булырға тейешбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә ала зыярат ҡараусыһы Рифҡәт Иҙрисов.