Ҡурай
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
24 Октябрь 2024, 15:03

Ун тоҡ сүп йыйыу - проблема түгел!

Редакцияға ике пенсионер ҡатын килеп, Ағиҙел ҡалаһында һоҡландырғыс  һәм уны башҡаларға еткереү теләге тыуҙырған ғәжәйеп хәл күҙәткәндәрен һөйләнеләр. Был ваҡиға уларҙы  донъяға яңыса ҡарарға мәжбүр иткән.

Ун тоҡ сүп йыйыу - проблема түгел!
Ун тоҡ сүп йыйыу - проблема түгел!

 Улар Апаиш яры  буйлап йөрөгәндә, шишмәгә барып еткәс, бер ҡыҙыҡайҙың  оҙон пальтоһын сисеп, эш бирсәткәләрен кейеп,  сүп-сар йыйғанын күргән. Ул шишмә һәм беседка тирәләй сүп-сарҙы тоҡтарға һалып, шулай уҡ ҡороған үләнде йолҡоп, бер сәғәт эсендә бөтә ерҙе тәртипкә килтереп өлгөргән.

Әхирәттәр ҡыҙҙың ҡылығына хайран ҡала һәм вайымһыҙ ҡала алмай. Улар уның исемен һорап, был хаҡта башҡаларға һөйләр өсөн фотоға төшөргән. Кем һуң тирә-яҡ мөхит хаҡында шул тиклем хәстәрлек күргән был ҡыҙ? Бәлки, ул тәбиғәткә битараф түгелдер һәм ҡалабыҙҙың таҙараҡ һәм матурыраҡ булыуын теләйҙер? Йәки уның ҡылған эше сүп - сар йыйыуҙан да ҙурыраҡ нәмәме?

Беҙ был ҡыҙҙың Алһыу Ямалова икәнен  белдек, ул Руслан Холбан исемендәге 1-се мәктәптә унынсы класта уҡый. Уның класс етәксеһе Жанна Фаил ҡыҙы Шәймәрҙәнова уҡыусыһының бындай ҡылығына бер ҙә ғәжәпләнмәне: «Ул бик яуаплы һәм ижади ҡыҙ», - тип яуапланы.

Беҙ Алһыуҙы бындай ҡылыҡҡа нимә этәргәнен белер өсөн осраштыҡ. Ул шишмә буйында пенсионерҙарҙың йыш йөрөгәнен күреүе, шишмә биләмәһенең торошо кәйефен боҙоуы хаҡында һөйләне. Унда һәр ваҡыт сүп-сар күп, контейнер ҙа юҡ. Шуға ла  аҙ ғына уйланып тормайынса, тәртип урынлаштырырға булған. Ул бер тиҫтә тоҡ сүп-сар йыйған, уларҙы контейнерға илтеп түгергә атаһы ярҙам иткән. «Атайым һәр саҡ минең идеяларымды хуплай һәм миңә ярҙам итә», - тип билдәләй ул.

Ике көндән ул, ниндәй хәлдә булыуын белер өсөн, йәнә шишмәгә төшкән. Үкенескә күрә, унда йәнә сүп-сар таралып ятҡан. Ул әхирәттәре Виктория Миңлекәева менән Гүзәл Хәбированы менән  өсәүләп сүп-сарҙы йәнә  йыйған

- Артабан да шулай дауам итергә тейеш түгел, - тип иҫәпләй Алһыу. - Контейнер йәки камера ҡуйырға кәрәк. Беҙҙең ҡала ҙур түгел, пенсионерҙар ҡаланан ситтә йөрөй алмай, был урын уларҙы тарта. Улар саф һауа һуларға һәм матур күренештәр менән һоҡланырға теләй. Ләкин йәштәребеҙ уларҙың ялын боҙор өсөн барыһын да эшләй, - ти ул.

Алһыуға ҡала хакимиәттең «Таҙа уйындар» тип аталған экологик акциялар уҙғарыу идеяһы оҡшай икән. Үҫмерҙәр бындай сараларҙа ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡатнашыр ине, тип иҫәпләй ул.

- Белеүемсә, күптәребеҙ урамға сығып сүп-сарҙы алып ташларға теләй, ләкин яңғыҙы быны эшләргә ояла. Шуға күрә бындай сараларҙы йышыраҡ ойошторорға кәрәк, - ти ул.

Был ваҡиға  башҡаларҙы тирә-яҡ мөхит хаҡында ҡайғыртырға һәм ҡалабыҙҙы яҡшыраҡ итергә дәртләндерер, тип өмөтләнәбеҙ. Беҙҙең һәр беребеҙ тәбиғәтте һаҡлауға, таҙа һәм матур донъя булдырыуға үҙ өлөшөн индерә ала бит.

Автор: Ирина Вильданова
Читайте нас