Ҡалтасыла “Тораҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһы сиктәрендә “Сәләмәтлек һуҡмағы” тантаналы асылды.
Радий Хәбиров:
“Һәр ҙур тораҡ пунктта яҡшы парк булырға тейеш. Был тәбиғи булмаған нәмә түгел — кешеләргә сәләмәтлектәрен нығытыу һәм ғаилә ялы ойоштороу өсөн төҙөк урын булдырыу. Бының өсөн республиканың ресурстары етерлек”.
Радий Хәбиров республика Башлығы вазифаһында эшләй башлаған дәүерҙә, муниципалитеттарҙы үҫтереү программаларын тормошҡа ашырғанда тораҡ пункттарҙың тышҡы ҡиәфәте тураһында ла уйлау мөһим һәм уңайлы ҡала мөхите булдырыу – төп бурыстарҙың береһе, тип билдәләне.
Уңайлы йәмәғәт киңлектәре булдырыу граждандарҙың йәшәү сифатына, шул иҫәптән төҙөкләндерелгән парктар, скверҙар, ял итеү зоналары, үҫешкән инфраструктураға һәм мәҙәни ваҡиғаларға туранан-тура йоғонто яһай.
2019 йылдан 2024 йылға тиклем республикала, шул иҫәптән Ҡалтасы районында йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү һәм яңыртыу буйынса бик күп саралар тормошҡа ашырылды. Сентябрь аҙағында Ҡалтасы районында “Сәләмәтлек һуҡмағы” асылды. Был һуҡмаҡ 2022 йылдың майында башланған Кооператив урамындағы яр буйы быуаһын төҙөкләндереүҙең һуңғы этабы булды, быуа танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Тротуар плиткәләре һалып эшләнгән йәйәү йөрөү юлы быуаны уратып ала, уның буйынан-буйына яҡтыртҡыстар ҡуйылған, ял итеү өсөн эскәмйәләр урынлаштырылған. Иҫке ташландыҡ шишмә таҙартылған һәм төҙөкләндерелгән, шулай уҡ яңы балалар спорт майҙансығы барлыҡҡа килгән.
Һәм ағымдағы йылдың йәйендә һыуға яҡын урынлашҡан урман аша сәләмәтлек һуҡмағы һалына. Уның оҙонлоғо бер километр тирәһе. Эш барышында иҫке ағастар ҡырҡыла, төптәр алына, юл түшәлә, бордюр таштар урынлаштырыла һәм брусчатка һалына. Ә яңы яҡтыртҡыстар, эскәмйәләр һәм урналар был урынды халыҡ һәм ҡунаҡтар өсөн тағы ла уңайлыраҡ итә.
“Сәләмәтлек һуҡмағы”н асыу тантанаһында ҡалтасыларҙы район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Алексей Горев сәләмләне.
— Бөгөн бөтәбеҙ өсөн дә шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек сығанағы буласаҡ яңы объект асабыҙ, — тине ул. — Һеҙҙең ҡатнашыуығыҙ һәм ярҙамығыҙ менән был проектты тормошҡа ашыра алдыҡ.
Алексей Иванович төҙөкләндереү объектын һайлауҙа ҡатнашҡан һәр кемгә, шулай уҡ эштәрҙе оҫта башҡарған подрядсы “Родники” йәмғиәтенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. “Родники” йәмғиәте директоры Илнур Хәтмуллин һәм төҙөкләндереү буйынса участка начальгнигы Рәшит Шәрәфетдинов район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.
Артабан “Родники” йәмғиәте директоры Илнур Хәтмуллин сығыш яһаны. Ул башҡарылған эштең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм урындағы халыҡты объекттарға һаҡсыл ҡарарға өндәне. Илнур Рәүеф улы һуҡмаҡты таҙартыуҙа ҡатнашҡан битараф булмаған ҡалтасыларға һәм коллективтарға рәхмәтен белдерҙе.
Ҡыҙыл таҫманы киҫкәндән һуң, халыҡ һәм ҡунаҡтар яңыртылған йәйәүлеләр һуҡмағынан үтте.
Кәкүш ауылында йәшәүсе педагогик хеҙмәт ветераны Евстолия Кугубаева сәләмәтлек һуҡмағы тураһындағы фекере менән бүлешеп: “Был иҫ киткес! Ҡарағыҙ әле, ниндәй матур! Кисен уттар ҡабынғас, тағы ла матурыраҡ була. Беҙгә, өлкән быуын кешеләренә, был бигерәк тә кәрәк. Бында эскәмйәләрҙә ултырырға, ял итергә, ҡоштар һайрауын тыңларға була. Мин бик шатмын”, — тине.
Евстолия Алексеевна Түбәнге Ҡасмаш ауылы мәктәбендә 35 йыл математика уҡытыусыһы булып эшләй, инде хаҡлы ялда. Ул район үҙәгендә ял итеү өсөн урын да булмаған 2010-сы йылдарҙы иҫенә төшөрҙө. Хәҙер саңғы-роллер трассаһы ла, район мәҙәниәт йорто биләмәһендә ял итеү паркы ла, ауыл үҙәгендә тротуар буйлап эскәмйәләр ҙә, “Родники” паркы ла бар. Шулай уҡ сиркәү эргәһендә, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе һәм спорткомплекс биләмәһендә спорт майҙансыҡтары бар. Ҡыҫҡаһы, әүҙем ял өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырылған. Иң мөһиме, булғанды ҡәҙерләп һаҡларға өйрәнеү.
“Сәләмәтлек һуҡмағы” төрлө йәштәге кешеләр — йәштәр өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә — саф һауанан ләззәт алыу, туғандары һәм яҡындары менән ваҡыт үткәреү, шулай уҡ һаулыҡтары тураһында хәстәрлек күреү майҙансығына әйләнер, тип ышанабыҙ.