Ҡурай
+20 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
25 Октября 2024, 05:43

Туҡранбаштың дүрт япраҡлыһын эҙләү Мәргмиз Сәфәровтың хоббийына әйләнгән

Ғүмерегеҙҙә бер генә тапҡыр булһа ла дүрт япраҡлы туҡранбаш осраттығыҙмы? Был һорауҙы мин өлкән йәштәге танышыма бирҙем. Уның: - Ә ғәҙәти туҡранбаштың япраҡтары нисәү була һуң? Мин уларҙы бер ҡасан да һанамайым, — тигән яуабы мине аптыратты, тиһәм, бик еңел әйтелгән булыр. Ә һеҙ, гәзит уҡыусылар, был турала уйланғанығыҙ бармы?

Туҡранбаштың дүрт япраҡлыһын эҙләү Мәргмиз Сәфәровтың хоббийына әйләнгәнТуҡранбаштың дүрт япраҡлыһын эҙләү Мәргмиз Сәфәровтың хоббийына әйләнгән
Туҡранбаштың дүрт япраҡлыһын эҙләү Мәргмиз Сәфәровтың хоббийына әйләнгән

Мәргиз Сәфәров бик шуҡ, ҡыҙыҡһыныусан малай булып үҫә. Ул Иглиндә 1983 йылдың 28 февралендә ғаиләлә дүртенсе бала булып донъяға килә. 1987 йылда ғаиләһе Ағиҙелгә күсенә. Атаһы Фәнил автогрейдер машинисы булып эшләй, әсәһе Фәриҙә ведомствонан тыш һаҡҡа эшкә урынлаша. Мәргиз 2-се мәктәптә белем ала. 9-сы класты тамамлағас, Нефтекама ҡалаһының 91-се һөнәри-техник училищеһына уҡырға инә. Бында автомототранспорт һәм ауыл хужалығы техникаһы водителе һөнәрен үҙләштерә. Күптәр хәтерләйҙер, 15-20 йылдар элек стажы һәм тәжрибәһе булмаған йәштәргә эш табыуы ауыр ине. Мәргиздең уҡыуын тамамлаған сағы ошо ваҡытҡа тура килә. Ул Ағиҙел ҡалаһында эшкә урынлашып ҡарай, әммә килеп сыҡмай. Шунан ағаһы Фәрит менән Өфөгә юлланалар, унда ла шул уҡ хәл. Һәм егеттәр “шабашка”ла эшләй башлай. Эш барышында бәхетһеҙ осраҡҡа эләгеп, йәш егет, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, инвалид коляскаһына ултыра.

Үҫмер сағында Мәргиз “Фанфан тюльпан” фильмын ҡарай, һәм унда генералдың дүрт япраҡлы туҡранбаш өҙөүе хәтерендә ҡала. 7-8 йыл элек, тип хәтерләй Мәргиз, ул ҡала паркында осраҡлы ғына дүрт япраҡлы туҡранбашҡа тап була. Уны өҙөп ала, һәм арыраҡ тағы ла дүрт үҫемлек күрә. Уларҙы өйөнә алып ҡайтып киптерә һәм билдәле фильмдағы генерал кәңәше буйынса әсәһенә һәм һеңлеләренә бүләк итә.

Риүәйәттәр буйынса, кем дүрт япраҡлы туҡранбаш таба — үҙенә бәхет һәм уңыш таба. Бындай табыш именлек билдәһе тип һанала һәм яҡшы ваҡиғаларҙы алдан хәбәр итә. Был турала Мәргиз социаль селтәрҙәрҙән уҡып белә. Тәбиғәттең был мөғжизәһенә уның ҡыҙыҡһыныуы артҡандан-арта бара. Ул шулай уҡ “Интеррекорд” Халыҡ-ара рекордтарҙы теркәү агентлығы редакцияһында “Рәсәй рекордтары реестры”  барлығын да белә — был йыйынтыҡ ысын һәм ышаныслы мәғлүмәт, унда рәсәйҙәрҙең тәүге тапҡыр донъя һәм милли рекордтары инә.

Реестрҙа 2020 йылда Иркутск өлкәһенән 120 дана дүрт япраҡлы туҡранбаш йыйған ҡыҙҙың рекорды теркәлгән.

- Миндә йәй эсендә был рекордты уҙа алырмынмы икән, тигән ҡыҙыҡһыныу тыуҙы, — тип һөйләй Мәргиз.

Һәм ул һәр көн иртән тороп, өй, дауахана һәм ҡала паркынан һирәк осрай торған үҫемлектәрҙе эҙләй башлай. Юҡҡа ғына “Эҙләгән таба, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаға”, тимәйҙәр бит, ҡайһы бер көндәрҙә хатта 5-6-шар үҫемлеккә тап була.

Ваҡыт үтеү менән эҙләнеүҙәр майҙанын да киңәйтергә тура килә. Мәргиз ҡала пляжына һәм канал ярында пляждан алыҫ булмаған туҡранбаш үҫкән аҡланға йөрөй башлай. Һәм йәйгеһен 130 үҫемлек таба.

“Ә 200 үҫемлек йыя алаһыңмы?” тип, дуҫтары уны дәртләндереп ебәрә. Һәм табышын 225-кә тиклем еткерә! Шул ваҡытта “Рәсәй рекордтары реестры”на мөрәжәғәт итергә теләге барлыҡҡа килә, һәм шулай итеп Рәсәйҙең яңы рекорды барлыҡҡа килә.

Мәргиз Сәфәров ҡала хакимиәте белгесе Татьяна Зиминаға рекордҡа заявка тултырыуҙағы ярҙамы өсөн бик рәхмәтле.

- Рекордымды үҙ ҡалабыҙға арнайым. Мөмкин тиклем күберәк кеше гүзәл ҡалабыҙ тураһында белһен! — ти Мәргиз Фәнил улы.

 

Белешмә

Тәбиғәттә дүрт япраҡлы туҡранбашты табыу мөмкинлеге 10000-гә 1-ҙе тәшкил итә. Дүртенсе япраҡ — тупраҡ торошо, температура һәм дымлылыҡ йоғонто яһаған ябай мутациянан башҡа бер ни ҙә түгел. Дүрт япраҡлы туҡранбаш түбәндәге мәғәнәләргә эйә тигән ышаныу бар:

Бәхет йылмайыуы. Күп халыҡтарҙа япраҡтың дүртенсе пластинкаһы иҫ киткес уңыш символы булып һанала.

Тулы именлек. Дүрт овал формаһындағы япраҡ төбө дөрөҫ түңәрәк барлыҡҡа килтереп, кешенең  тыныс бәхет тулылығын күрһәтә.

Тыныслыҡ биреүсе бөтөнлөк. Дүрт япраҡтың донъя бағанаһы булараҡ фәлсәфәүи ҡабул ителеүе кешенең тәбиғәт менән гармониялы мөнәсәбәттәрен сағылдыра.

Ышаныслы һаҡланыу. Дүрт япраҡлы туҡранбаш формаһы буйынса изге символ – тәрегә оҡшаған.

Пәйғәмбәрлек бүләге. Кешеләр күҙаллауынса, был үҫемлек донъялар араһында аралашсы булып тора.

Изгелек тигеҙлеге. Дүрт япраҡлы туҡранбаш камил симметрияға эйә.

 

 

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас