Уны бер нисә аҙна дауамында Ағиҙел халҡы йыйҙы. Уҡыусылар һәм өлкәндәр, пенсионерҙар һәм вайымһыҙ булмаған кешеләр Ватанды һаҡлаусылар, туғандары һәм яҡындары өсөн тәғәйенләнгән йөктәр әҙерләне.
Был акцияла ҡатнашыуҙы ҡыйыу рәүештә дөйөм эш тип атарға мөмкин. Улар һуғышсыларға кәрәкле медикаменттар, аҙыҡ-түлек, төҙөлөш материалдары: көрәк, бензобысҡы, ағас-юнысҡы плитәләр, хәрби госпиталь өсөн кәрә-яраҡ һәм башҡаһын алды, уҡыусылар ҙа был эшкә ҡушылып, макулатура йыйып тапшырҙы.
Былар барыһы ла яҡын арала беҙҙең яҡташтарыбыҙға барып етәсәк. Яугирҙарыбыҙҙың һәр ҡайһыһына бүләктәр адреслы булды һәм уларға йәш граждандарыбыҙҙың тиҙерәк еңеү һәм өйгә ҡайтыу теләге менән төшөрөлгән һүрәттәрен һәм хаттарын һалдылар. Ошо матур, әммә ысын күңелдән эшләнгән открыткалар, хаттар, өсмөйөштәр алдағы һалҡын көндәрҙә алғы һыҙыҡта булғандарҙың күңелдәрен һәм йөрәктәрен йылытасаҡ, тип ышанабыҙ.