Урындағы яңылыҡтар
12 Ноябрь 2024, 05:38

Ағиҙел спортсылары һынатманы

Улар көмөш һәм бронза миҙалдар яуланы.

Ағиҙел спортсылары һынатманыАғиҙел спортсылары һынатманы
Ағиҙел спортсылары һынатманы

Ағиҙел ҡалаһы Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәренең масс-рестлинг секцияһы тәрбиәләнеүсеһе Артур Нәбиев 2 ноябрҙә Өфөлә  йыл һайын уҙғарыла торған «Өфө һаҡсыһы» төбәк-ара һуғыш сәнғәте фестивале сиктәрендә республика турнирының көмөш призёры булды.

Уның тренеры Константин Чупринов та бронза наградаға лайыҡ булды. Спортсыларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ һәм артабан да еңеүҙәр теләйбеҙ!

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас