-13 °С
Болотло
Яңауыл районында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов булды. Мар. Сәлим - Мәскәүҙә, Өфөлә, Ҡазанда, Чебоксарҙа, Симферополдә һәм Лондонда рус, башҡорт, татар, сыуаш, болгар һәм инглиз телдәрендә сыҡҡан 50-гә яҡын китап авторы. Уның әҫәрҙәре иллеләгән телгә тәржемә ителгән һәм Рәсәй, сит ил баҫмаларында донъя күргән. Яңауылда ул ижади интеллигенция вәкилдәре менән осрашты. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар юмористың ижади биографияһындағы факттар менән ҡыҙыҡһынды. Марсель Шәйнур улы барлыҡ һорауҙарға яуап бирҙе. Осрашыуҙы ойоштороусылар уға ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн ихлас рәхмәтен белдерҙе.