Ҡурай
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан ҡала-райондарында әүҙем оҙон ғүмерлелек үҙәктәре эшләйәсәк

Башҡортостан ҡала-райондарында әүҙем оҙон ғүмерлелек үҙәктәре эшләйәсәк
Башҡортостан ҡала-райондарында әүҙем оҙон ғүмерлелек үҙәктәре эшләйәсәк

Ҡалтасы районында был үҙәк асылды ла инде. Башҡортостанда 900 меңдән ашыу өлкән быуын кешеһе йәшәй. 2020 йылдың октябрендә Башҡортостан Башлығы ҡарары менән “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” проекты эшләп килә. Уның сиктәрендә “көмөш йәштәге” кешеләрҙең һаулығын нығытыуға, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуға һәм социаль әүҙемлекте күтәреүгә йүнәлтелгән саралар үткәрелә. Проект шулай уҡ өйҙә медицина ҡарауы үткәреү, алыҫта урынлашҡан ауылдарға юғары квалификациялы белгестәрҙең сығыуын, республикабыҙҙың иҫтәлекле урындары менән танышыу өсөн туристик маршруттар ойоштороуҙы үҙ эсенә ала.

Туризм был проектта ҙур урын биләй. Үткән йылда 20 мең кеше бер көнлөк турҙарҙа ҡатнаша, 2023 йылда география киңәйә: башҡорт-белорус, башҡор-абхаз туристик маршруттары барлыҡҡа килә. 2024 йылда республикала йәшәүселәр Ҡаҙағстан республикаһына, Мәскәүгә һәм Санкт-Петербургка бара аласаҡ.

“Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” проектына Мишкә, Краснокама, Архангел, Көйөргәҙе һәм Яңауыл райондары әүҙем ҡушылған. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова билдәләүенсә, Ҡалтасыла һәм Өфөнөң Орджоникидзе районында Башҡортостан Башлығы грантына ветерандар советы башланғысы менән асылған үҙәктәр уңышлы эшләй.  

Автор:Надежда Сандалова
Читайте нас: