Ҡурай
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Беҙҙекеләр “Наши” телеканалында

Ҡалтасынан Илья Тимиршинович Тимиркаев ғаиләһе “Россия-1” федераль каналының “Наши” программаһында ҡатнаша

Беҙҙекеләр “Наши” телеканалында
Беҙҙекеләр “Наши” телеканалында

“Наши” телевизион программаһы ғәҙәти тормошо көндәлек батырлыҡҡа әйләнгән кешеләр тураһында. Ул битараф булмағандар, эргә-тирәләгеләргә ярҙам итеүселәр хаҡында. Геройҙарҙы тыуҙырған ваҡиғалар тураһында. Иғтибар үҙәгендә – тарихты үҙ ҡулдары менән булдырған, донъяны үҙгәрткән, һәр көн мөһим, ҡыйыу ҡарарҙар ҡабул иткән кешеләр. Студия ҡунаҡтары үҙ тарихтарын һөйләй, улар киҫкен репортаждар һәм ваҡиғалар менән тулылана бара.

Тапшырыуҙың бер сығарылышы Рәсәй Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнөнә бағышлана. Тапшырыу геройҙары – Ҡалтасы ғаиләһе: Нина Петровна һәм Илья Тимиршинович Тимиркаевтар.

Ғаилә башлығы полиция династияһына нигеҙ һалыусы. Илья Тимиршинович хоҡуҡ һаҡлауға, граждандарҙың намыҫын һәм абруйын яҡлауға 32 йыл ғүмерен бағышлай. Ябай рядовойҙан енәйәт эҙләү подразделениеһы етәксеһе вазифаһына тиклем юл үтә. Намыҫлы, фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн милиция подполковнигы Илья Тимиршинович бер нисә тапҡыр Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының ведомство билдәләре менән бүләкләнә. Атаһы юлын ҡыҙҙары ла һайлай: Снежана Ильинична – отставкалағы юстиция подполковнигы, Лиана Ильинична – полиция капитаны, ә Диана Ильинична – судья ярҙамсыһы, уға 3-сө класлы юстиция советнигы дәрәжәһе бирелгән. Бынан тыш, Илья Тимиршиновичтың ике кейәүе эске эштәр бүлегендә хеҙмәт итә: Евгений Витальевич – полицияның өлкән лейтенанты, ә Руслан Фәнис улы – полиция лейтенанты.

– Программаның мөхәррире беҙҙең менән бәйләнешкә сыҡты һәм телевизион төшөрөүҙә ҡатнашырға тәҡдим итте, – тип һөйләй Снежана Ильинична. – Улар беҙҙең турала “Калтасинская заря” гәзите сайтынан уҡып белгән. Беҙҙең ғаилә тураһында 2022 һәм 2023 йылдарҙа ике мәҡәлә сыҡҡайны. Шулай итеп беҙ телетапшырыу геройҙары булып киттек.

– Төшөрөү төркөмө тәүҙә өйөбөҙгә килде. Төшөрөүҙәр өс көн дауам итте, – тип һөйләй Снежана Кумушбаева. – Беҙҙең көндәлек тормошто, нисек йәшәүебеҙҙе, көндәлек эшебеҙҙе, хеҙмәтебеҙҙә осраған ауырлыҡтарҙы төшөрҙөләр. Шунан беҙҙе Мәскәүгә телестудияға саҡырҙылар. Беҙ унда алып барыусылар Ольга Армякова һәм Николай Долгачев менән таныштыҡ. Алып барыусыларҙың һорауҙары араһында беҙҙең өйҙә төшөрөлгән видеосюжеттар күрһәтелде. Бер аҙ тулҡынланыу ҙа булды, әлбиттә, сөнки был федераль канал, әммә алып барыусылар ярҙамы менән барыһы ла яҡшы үтте. Ҙур ғаиләбеҙ был сәйәхәттән иҫ киткес тәьҫораттар алып ҡайтты.

Автор:Надежда Сандалова
Читайте нас: