Ҡурай
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Нисек гений тәрбиәләргә?

Нисек гений тәрбиәләргә?
Нисек гений тәрбиәләргә?
 

Ҡалтасы мәктәптәрендә уҡыусыларҙың техник һәләттәрен үҫтереү өсөн шарттар булдырыла, улар талап ителгән һөнәрҙәргә эйә булыу өсөн яҡшы старт бирә.

Балаларҙы теге йәки был һөнәр менән ҡыҙыҡһындырыу өсөн үҙ эшенең оҫтаһы булған, уны бар күңелен, һәләтен биреп башҡарған өлкән кешене мәктәпкә алып барып, һөнәре тураһында һөйләтергә кәрәк.

Ҡалтасы 1-се мәктәбе уҡыусылары был йәһәттән бәхетле – белем усағында өсөнсө йыл Андрей Галяутдинович Гильмутдинов робот техникаһы түңәрәге алып бара. Ул “Транснефть” нефть үткәргес компанияһында инженер булып та эшләй. Ә мәктәптә бер йылдан ашыу, уға тиклем 20 йыл ошо ойошмала контроль-үлсәү приборҙары һәм автоматика буйынса слесарь булып эшләгән.

– Төрлө электрон приборҙар эше мине һәр ваҡыт ҡыҙыҡһындырҙы, – ти Андрей Ғәләүетдин улы. – Ә был һөнәргә юлым оҙон булды. Бала саҡта был йүнәлеш менән ҡыҙыҡһына башлағанда интернет та, ниндәйҙер түңәрәктәр ҙә юҡ ине, мин ултыра инем дә, “соҡона” инем. Эшем килеп сыҡмаһа, уны ташлап, тынысланғас тағы ла эшләй башлай инем... Бик күп нәмәне, приемниктар, транзисторҙарҙы һүтеп йыйҙым. Белгәндәремде, өйрәнгәнемде башҡаларға ла еткергем килде.

– Заман алға бара, уның бергә атларға кәрәк, ә түңәрәктә балалар төп техник күнекмәләргә эйә була. Был процестарҙы автоматлаштырыу менән бәйле буласаҡ һөнәрҙәрҙең башы бит?

– Уҡыусыларымдың төп эшмәкәрлеге электроника менән бәйле булмаһа ла, был белем һәр ваҡыт файҙалы буласаҡ. Иң мөһиме, балаға йүнәлеш биреү. Әгәр ҙә уның эше килеп сыҡһа, артабан үҫешәсәк. Хәҙер мәғлүмәт етерлек: китаптарҙан уҡырға, видеояҙмалар ҡарарға мөмкин.

– Быға тиклем һеҙ уҡыттығыҙмы, әллә һеҙ уҡытыусылар династияһынанмы?

– Беҙҙең ғаиләлә уҡытыусылар юҡ. Атайым – хәрби, ағайым менән мине бер үҙе тәрбиәләне. Тәүҙә беҙ Силәбе өлкәһендә йәшәнек. 3-сө класҡа тиклем унда уҡыным, 1984 йылда Башҡортостанға олатайым менән өләсәйем эргәһенә күсеп ҡайттыҡ. Һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамланым, “Диапазон” кооперативына эшкә урнашып, аудио-видеоаппаратура ремонтланым. Хәрби комиссариат аша водителдәр курсын тамамланым. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, Нефтекамала “Искож”да эшләнем. 2023 йылда “Транснефть” компанияһына эшкә урынлаштым. Ғаилә ҡорғас, Нефтекамала — техникум, унан Калашников исемендәге Ижау дәүләт институтында радиотехника кафедраһын, приборҙар эшләү факультетын тамамланым. Хәҙер микропроцессор автоматикаһының программа-аппарат саралары буйынса инженер булып эшләйем.

– Андрей Галяутдинович, балалар менән эшләү теләге нисек килеп сыҡты?

– Ҡалтасы 1-се мәктәбе директоры Артур Рәфис улы Ҡаһиров быға тиклем үҙе алып барған робот техникаһы түңәрәген етәкләргә тәҡдим итте. Тәүҙә икеләндем: килеп сығырмы, юҡмы? Сөнки уҡытыу эше менән бер ҡасан да шөғөлләнмәнем. Минең йүнәлеш Артур Рәфис улыныҡынан бер аҙ айырыла ине. Уның ныҡышмалылығы еңде һәм мин мәктәпкә эшкә барҙым. Төп эшмәкәрлегем буйынса уҡыуымды тамамлап, педагогик әҙерлек курстары үттем һәм 2022 йылда мәктәптә радио эше түңәрәге астыҡ. Тәүге төркөм 9-10 класс уҡыусыларынан торҙо. Уларҙың күбеһе мәктәпте тамамланы инде. Беренсе сығарылыштан һуң, түңәрәккә кесе йәштәге балаларҙы йәлеп итергә кәрәк, тигән фекергә килдем. Сөнки сығарылыш уҡыусыларына имтихандарға әҙерләнергә кәрәк. Радио эшенә ваҡытты күберәк бүлергә тырышһалар ҙа, уҡыу барыбер беренсе планда. 7-8 класс уҡыусыларын алыу иң һәйбәт вариант.

– Балалар дәрестәрҙә нимәгә өйрәнә?

– Тәүҙә улар иретеп йәбештереү (пайка) күнекмәләре менән таныша. Хатта бер бала үҫеп, именлек сараларын үтәп, иретеп йәбештереү процесын тәжрибә аша белһә лә, ул бының тормошта мотлаҡ кәрәк буласағына һәм унан ҡурҡмаясағына ышана.

– Хеҙмәттәштәрегеҙ һеҙҙең ҡатмарлы әйберҙәрҙе лә ябай тел менән аңлата алыуығыҙҙы билдәләй. Уҡытыуҙа үҙ программағыҙ бармы?

– Мин адаптив программа төҙөнөм, шуның буйынса шөғөлләнәбеҙ. Баланы иретергә өйрәтеү генә аҙ, ул быны ни өсөн эшләй – шуны ла аңлатыу мөһим. Ватылыуҙың сәбәбен табырға кәрәк, ә бының өсөн белем кәрәк. Әлбиттә, аҙнаға ике тапҡыр үткән дәрестә генә балаларҙы электроника донъяһы менән тулыһынса таныштыра алмайым. Әгәр ҙә баланың башланғыс белеме, артабан өйрәнергә һәм аңларға теләге бар икән, теге йәки был эште ҡайһы яҡтан башларға икәнлеген яҡшы аңлаясаҡ. Әгәр ҙә баланың эше килеп сыға икән, ул үҙен ышаныслыраҡ тота башлаясаҡ, ауырыраҡ мәсьәләләрҙе эшләй башлай. Һәм мин нимә эшләргә кәрәкмәй, ә нимә эшләргә кәрәклеген, әгәр дөрөҫ эшләмәһәң, был нимәгә килтерергә мөмкинлеген мотлаҡ күрһәтергә тырышам. Сөнки быны ҡайҙандыр уҡыу ғына түгел, ә үҙ күҙҙәрең менән күрергә кәрәк.

– Һеҙҙең уҡытыу эшмәкәрлегенә етәкселегегеҙ нисек ҡараны?

– Балаларға белем биреүемде белгәс, “Транснефть” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Роман Николаевич Ковалев Арлан идаралығы начальнигы Радик Рим улы Фамеев менән беҙгә кәрәкле йыһаз, инструменттар һатып алырға ярҙам иттеләр. Бынан тыш, дәрестәр өсөн роботтар йыйылмаһы һатып алынды. Хәҙер алған белемде практикала нығытыу мөмкинлеге бар. Мәҫәлән, уҡыусым Максим Шәймәрҙәнов мәктәп ҡыңғырауы етештерҙе. Икенсе уҡыусыһым Софья Сайранова үҫемлектәрҙе автомат рәүештә һуғарыу аппараты, Ә Дима Хәйҙәршин электр гитараһы өсөн көсәйтеүсе эшләне, өҫтәүенә, электр гитараһын ул үҙе йыйҙы. Мин тормошта ҡулланыла торған проекттарҙы тәҡдим итәм. Беҙ төрлө конструкторҙар менән эшләйбеҙ, микроконтроллерҙарҙы программалауҙы үҙләштерәбеҙ, ЧПУ менән станокта эшләйбеҙ, 3D-принтер ярҙамында моделдәр төҙөйбөҙ.

– Андрей Галяутдинович, был дәрестәр һеҙҙең өсөн төп эштән ял итеүме, әллә тормошҡа ашырылмаған пландарҙы ысынға ашырыумы?

– Был нефть тармағы һәм илебеҙ киләсәгенә индергән өлөшөм, тип уйларға мөмкин. Бәлки, кемдер “Транснефть” компанияһына эшкә килер. Ә әҙер кадрҙар бөтә ерҙә лә кәрәк. Әлбиттә, был ял да, сөнки эштә арыта, ә бында, балаларҙың янып торған күҙҙәрен күргәс, арыуҙар ҡул менән һыпырып ташлаған кеүек юҡҡа сыға. Бында бөтөнләй икенсе мөхит! Һәм, моғайын, был яҙмыштыр (йылмая). Эш буйынса хеҙмәттәштәремә нимәлер аңлатырға тура килһә, улар һәр ваҡыт: “Һиңә мәктәптә эшләргә кәрәк”, тип яуаплай ине.

Нисек гений тәрбиәләргә?
Нисек гений тәрбиәләргә?
Нисек гений тәрбиәләргә?
Нисек гений тәрбиәләргә?
Нисек гений тәрбиәләргә?
Нисек гений тәрбиәләргә?
Автор:Надежда Сандалова
Читайте нас: