Ҡалмаш ауылында мөһим ваҡиға булды – яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Ул “Сәләмәтлек һаҡлау” милли проектының ауыл ерендә беренсел звеноны модернизациялау сиктәрендә төҙөлә. Был ФАП Ҡалмаш, Сәүәләшбаш һәм Яңы Туҡран ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Пункт менән тәжрибәле белгес, фельдшер Римма Евгеньевна Минилбаева етәкселек итә.
Беренсел медицина-санитар ярҙам системаһын үҫтереү – Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән ойошторолған “Сәләмәтлек һаҡлау” милли проектының төп йүнәлештәренең береһе. Бер нисә йыл элек Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иҫкергән һәм файҙаһыҙ хәлдә булған фельдшер-акушерлыҡ пункттарын алмаштырыу бурысын ҡуйғайны. Һуңғы дүрт йылда төбәк етәксеһе ҡушыуы буйынса Башҡортостанда 300-ҙән ашыу модуль конструкция төҙөлгән. Был фельдшер-акушерлыҡ пункттары, амбулаториялар, дөйөм практика табиптары офистары. Ҡалтасы районы территорияһында ете модуль пункты урынлаштырылды һәм өс стационар фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө.
ФАПты тантаналы асыуҙа Ҡалтасы районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Алексей Горев, БР дәүләт бюджет сәләмәтлек һаҡлау учреждениеһы, Нефтекама ҡала дауаханаһы баш табибы, Нефтекама медицина округының штаттан тыш баш белгесе Рафаэль Зыятдинов, Ҡалтасы ауыл биләмәһе башлығы Дмитрий Вахитов ҡатнашты. Фельдшер Римма Минилбаеваны ҡотларға уның хеҙмәттәштәре, Ҡалтасы үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре, райондың башҡа тораҡ пункттарынан фельдшерҙар һәм, әлбиттә, ауыл халҡы килгәйне.
Яңы “сәләмәтлек йорты”н асыу ҡалмаштар өсөн көтөп алынған ваҡиға булды. Урындағы фельдшер Римма Минилбаева үҙ һөнәренең оҫтаһы. 38 йыл ғүмерен медицинаға бағышлаған. Был ваҡыт эсендә ул сикһеҙ тәжрибә туплап ҡына ҡалмай, ә медицина фәне менән хәстәрлеккә һәм ярҙамға мохтаж ябай кешеләр араһында ысын бәйләнеш тә булдыра.
– Был ҙур һәм мөһим эштә – ФАПтың яңы бинаһын төҙөүҙә ҡатнашҡан һәр кешегә оло рәхмәт һүҙҙәре әйткем килә, – тине Римма Минилбаева. – Бирелә йылы һәм иркен, яңы йыһаздар. Халыҡ сәләмәтлеге мәнфәғәтенә эшләйәсәкбеҙ.
Римма Евгеньевна көн һайын төрлө проблемалары булған пациенттар менән осраша, ғәҙәти һалҡын тейеүҙән алып ҡатмарлы медицина осраҡтарына тиклем. Ул дауалап ҡына ҡалмай, ә тыңлай, аңлай һәм ярҙам итә. Уның изгелеге бихисап кешегә ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә. Көнөн дә, төнөн дә, һыуыҡта ла, бысраҡта ла бер кемдең дә үтенесен кире ҡаҡмай – пациенттарға ашыға. Шуға ла уны ауылда бөтәһе лә: йәше лә, ҡарты ла ярата. Римма Минилбаеваның тырышлығы һәм үҙ-үҙен аямай эшләүе һөҙөмтәһендә медпункт дауалау урыны ғына түгел, ә өмөт һәм ышаныс үҙәгенә лә әйләнә.
– Ауылыбыҙҙа яңы заманса ФАП барлыҡҡа килеүенә бик шатбыҙ, – ти ауылдың иң өлкән йәштәге кешеһе Капитолина Караева. – Бында баҫҡыстар уңайлы, бүлмәләрҙә яҡты һәм йылы! Бөтә йыһаз бар. Ә фельдшерыбыҙ иң яҡшыһы!
Фельдшер-акушерлыҡ пункты яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Был төрлө медицина процедуралары үткәрергә һәм пациенттарҙы сифатлы дауаларға ярҙам итәсәк. Бинала иркен кабинеттар бар.
Пункт асылыуы – урындағы властың, медицина учреждениеларының һәм йәмәғәтселектең берҙәм эш һөҙөмтәһе. Был ваҡиға ауыл халҡының һаулығын һәм именлеген яҡшыртыуға күп өмөттәр бағлай.
Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты медицина ярҙамына мөрәжәғәт итеүҙе еңеләйтәсәк, шулай уҡ ауыл тормошоноң үҙәге, кешеләрҙең һаулыҡ һәм социаль ярҙам тураһында мәғлүмәт алыу урыны буласаҡ.