Ҡурай
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ағиҙелдә Әсә көнөнә арналған күмәк саралар ойошторолдо

21 ноябрҙә Ағиҙелдә ҡатын-ҡыҙҙарға айырым иғтибар бүленде. Тап ошо көндә ҡалала Әсә көнөнә арналған байтаҡ саралар уҙҙы.

Ағиҙелдә Әсә көнөнә арналған күмәк саралар ойошторолдо
Ағиҙелдә Әсә көнөнә арналған күмәк саралар ойошторолдо

 «Ағиҙел» спорт-ял итеү үҙәгендә йөҙләгән ҡунаҡ йыйылды. Бында улар урындағы таланттарҙың сығышын күреү һәм ҡала халҡы өсөн ойошторолған сараларҙа ҡатнашыу өсөн килгән. «Иҙел» мәҙәниәт йорто бейеүселәре һәм йырсылары үҙенең сығыштары менән һөйкөмлө ханымдары  ҡыуандырҙы.

Ә бихисап сауҙа нөктәләре  ҡунаҡтарының иғтибарын үҙҙәренең тауарҙары һәм хеҙмәттәре менән йәлеп итте. Атап әйткәндә, гүзәл зат вәкилдәре матур заманса причёскалар, макияж яһата, маникюр эшләй, косметика һәм башҡа тауарҙар һатып ала алды. Әҙәпле һатыусылар һәм консультанттар килеүселәрҙе йылмайып ҡаршы алды.

 

Шуны ла билдәләп үтәйек, ҡалабыҙҙа ҡатын-ҡыҙҙар иҡтисад, мәҙәниәттең төрлө өлкәләрендә мәшғүл, спортта һәм йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Ағиҙелдә тиҫтәләгән күп балалы әсәләр йәшәй. Уларҙың барыһы ла дәүләт иғтибары һәм хәстәрлеге менән солғап алынған.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас: