Асыу тантанаһына Ағиҙел хакимиәте башлығы Денис Ирназаров, ҡала Советы рәйесе Руслан Хәлитов, Өфө фән һәм технологиялар университетының Нефтекама филиалы директоры Назар Шәйәхмәтов, тәрбиә эштәре буйынса бүлек мөдире Вера Шәрәфетдинова, хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Ирек Вәлиев саҡырылғайны.
Август кәңәшмәһе барышында Денис Ирназаровтың башланғысы буйынса ҡала хакимиәте һәм Өфө фән һәм технологиялар университетының Нефтекама филиалы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Һөнәри йүнәлеш биреү саралары үткәреү һәм Ағиҙел балаларын университетҡа, шулай уҡ колледжға уҡырға инеүгә әҙерләү был килешеүҙең төп маҡсаты булып тора.
«Ошо кабинетты асыу - килешеүҙе ғәмәлгә ашырыуҙың киләһе этабының логик дауамы ул, - тине Денис Илдар улы. - Бында ҡала балалары университет уҡытыусылары шөғөлләнә аласаҡ дәрестәргә йөрөй аласаҡ. Дәрестәр оффлайн форматында ла, онлайн үткәрелә. Уҡыусыларҙың Нефтекама һәм Өфө ҡалаларындағы университет аудиторияларына инеү мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк, был уларҙың 9 һәм 11 кластан һуң республиканың алдынғы юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарына уҡырға инеү мөмкинлеген күпкә арттырасаҡ. Был кабинеттың ҙур файҙа килтереүен теләйем».
Асыу тантанаһы уҡыу алдынғыларын, төрлө конкурстар һәм олимпиадаларҙа еңеүселәрҙе йыйҙы. Сара башында ҡатнашыусыларға университет тураһында видеояҙма күрһәттеләр, һуңынан ҡунаҡтарға һорау биреү мөмкинлеге бирҙеләр.