Ресурс үҙәген асыу мәғариф системаһын үҫтереүҙә мөһим аҙымға әйләнде. Хәҙер һәләтле һәм уҡыусыларға иң юғары кимәлдә белем һәм оҫталыҡ күрһәтергә мөмкинлек асыла. Үҙәк уларға әҙерлек өсөн кәрәкле шарттар булдырасаҡ, шул иҫәптән заманса ҡорамалдар һәм квалификациялы уҡытыусылар әҙерләнәсәк. Был ваҡиға һәләтле балаларға ярҙам итеүҙең һәм уларҙың үҫеше өсөн шарттар булдырыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала. Башҡорт гимназияһында ресурс үҙәге асыу - йәш таланттар үҙҙәрен күрһәтә алһын һәм фәндә, сәнғәттә, башҡа өлкәләрҙә яңы үрҙәргә өлгәшә алһын өсөн аҙым ул.
- Заманса уҡыусылар камиллаша алһын өсөн, беҙ, ҡаланың педагогтар берләшмәһе, бөтә шарттар ҙа булдырырға тейешбеҙ, сөнки беҙҙең киләсәгебеҙ - яңы быуын ҡулында, - тине гимназия директоры Гөлшат Әхйәрова. Ул бындай кабинет асыу идеяһын хакимиәт башлығы Денис Ирназаров тәҡдим итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алып, проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.