Барлыҡ ҡатнашыусыларҙы башҡорттар ҡоролтайы рәйесе Гөлшат Әхйәрова сәләмләне. Ул ҡатнашыусыларға уңыштар теләне һәм, был конкурс улар өсөн белем тикшереүе генә түгел, шулай уҡ үҙ һәләттәрен күрһәтеү мөмкинлеге лә булып торор, тигән ышанысын белдерҙе.
Конкурста ҡатнашыусыларҙы өс йәш категорияһына бүлделәр: 7-10 йәштәрҙәге балалар, 11-13 йәштәрҙәге һәм 14-18 йәштәрҙәге үҫмерҙәр. Был сараға ҡаланың бөтә уҡытыусыларының да үҙ уҡыусыларын әҙерләүе ҡыуаныслы. Уларҙың тырышлығы һәм хеҙмәте айырым рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ.
Балалар юғары әҙерлек кимәлен күрһәтте, сөнки материалды белеү, әйтелеш һәм сәхнә оҫталығы кеүек бөтә аспекттар ҙа иҫәпкә алынды. Улар башҡорт теленә һәм мәҙәниәтенә һөйөүҙәрен, шулай уҡ тамашасыларға үҙҙәренең хис-тойғоларын һәм фекерҙәрен еткерә белеүҙәрен күрһәтте.
Гран-приҙы Рәмилә Сәлихова етәкселегендә Башҡорт гимназияһының 10 класс уҡыусыһы Милена Шәүәлиева яуланы. Беренсе урындарҙы жюри Ризат Сафин, Элина Ғарифуллина һәм Альберт Әхтәмовҡа бирҙе. Икенсе урынды Азалия Исламова, Ирина Латипова һәм Анна Митрофанова яуланы. Өсөнсө урында - Әмир Кәйүмов, Алмаз Дауытов һәм Регина Ғилмуллина. Бөтә ҡатнашыусылар дипломдар һәм татлы бүләктәр менән наградланды.
Был конкурс бөтә ҡатнашыусылар өсөн ысын байрамға әйләнде. Ул төрлө йәштәге һәм төрлө милләт уҡыусыларын дөйөм идея - әсәйҙәргә ихтирам һәм һәр кеше тормошонда уның роле тирәләй берләштерҙе.