Тарихи момент - бөгөн Николо-Березовкалағы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарға арналған обелиск янында "Мәңгелек ут" тоҡанды. Быға ағымдағы йылда "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль проекты сиктәрендә башҡарылған төҙөкләндереү эштәре ярҙамында өлгәшелде.
Был проект буйынса Николо-Березовка ауылында обелисктар янындағы майҙанды реконструкциялау планлаштырылғайны. Бында троутар плиткалар йәйделәр, "Хәтер стенаһы"н гранит плита менән тышланылар, яҡтыртҡыстар әһәм эскәмйәләр ҡуйҙылар. Ә иң күләмле эш булып "Мәңгелек ут" ҡоролмаһы торҙо.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров һәм район хакимиәте башлығы Алексей Горбачёв "Мәңгелек ут" ҡа сәскәләр һалды. Радий Фәрит улы район үҙәгендә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек маҡсатында башҡарылған эштәрҙе маҡтаны.