Бөгөн, 29 ноябрҙә, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Краснокама районында булды. Визит сиктәрендә ул Николо-Берёзовкалағы Бөйөк Княгиня Елизавета Фёдоровнаға һәйкәл асыу тантанаһында ҡатнашты.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Елизавета Романованың иҫтәлеген мәңгеләштереүгә «изгелек», райондың инициатива төркөмө уға һәйкәл төҙөү тәҡдиме менән сыҡҡас, Радий Хәбиров был тарихи фигураның әһәмиәтен иҫәпкә алып бирҙе, сөнки тап ул да Рәсәйҙә ирекмәнлек башланғысында торған.
- Бындай һәйкәл төҙөү идеяһы килеп тыуып, Краснокама халҡынан Тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау фондына мөрәжәғәт килгәс, күңелемдә был ҡарарҙы ҙур ҡыуаныс менән ҡабул иттем. Елизавета Романованың шәхесе, яҙмышы мине шул тиклем хайран ҡалдырҙы, хатта, Иерусалимда булған сағымда, был ғәжәйеп кешенең һөйәктәренә баш эйеү өсөн, Мария-Магдалина ғибәҙәтханаһына махсус кердем. Һәммәһен дә бөгөнгө ваҡиға менән ҡотлайым. Һеҙ - бөйөк илебеҙҙең бөйөк кешеләрен нисек хәтерләргә, уларҙың иҫтәлеген ҡайғыртырға һәм уларҙан өйрәнергә кәрәклегенә ысын миҫал. Ғөмүмән, был урын күп кешеләр өсөн изге һанала. Был бик матур урын. Бер нисә йыл элек бында тәртип урынлаштырырға ҡарар иттек, һәм Краснокама районы федераль конкурста еңеү яуланы, уның һөҙөмтәһендә билдәле бер финанс средстволары бүленде. Был урындың - туристик, дини, изгенең - күҙ алдында сәскә атыуын үҙебеҙ күрәбеҙ. Башҡортостандан ғына түгел, бөтә Рәсәйҙән меңдәрсә турист бында килә. Мин Краснокама районы командаһына, район башлығы Алексей Горбачёвҡа быға иғтибарлы ҡарауығыҙ өсөн рәхмәт әйткем килә. Ошо йүнәлештә эште дауам итәсәкбеҙ, бында башҡараһы эштәр байтаҡ, - тине Радий Фәрит улы һәйкәлде асыу тантанаһында.
Һәйкәлде эшләү менән Ярославль ҡалаһының «Халыҡ-ара ҡыңғырау сәнғәте үҙәге» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте скульпторҙары шөғөлләнгән. Төп скульптура Ярославль өлкәһенең Тутаев ҡалаһынан Андрей Ничковтың колокол ҡойоу предприятиеһында бронзанан ҡойолған. Беҙгә Николо-Берёзовкаға предприятие вәкиле лә килде, ул скульпторҙарға тышҡы оҡшашлыҡтан тыш, бөйөк изгенең рухи образын сағылдырыу ҙа бик мөһим тине. Радий Хәбиров Халыҡ-ара ҡыңғырау сәнғәте үҙәге командаһына, шулай уҡ һәйкәлде эшләүҙә ҙур финанс ярҙам күрһәткән бағыусыларға рәхмәт хаттары тапшырҙы, улар араһында «Искож» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директорҙары Лиана Киршина, «Автопласт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Андрей Ковшов бар.
Район хакимиәте башлығы Алексей Горбачёв үҙенең сығышында был һәйкәлдең халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытасаҡ булыуын айырып билдәләне, сөнки Елизавета Романова берваҡытта ла милләттәрҙе айырмаған, бөтә ғаҙи халыҡҡа ярҙам иткән.
Тантанала шулай уҡ Өфө һәм Башҡортостан митрополиты Никон ҡатнашты һәм сығыш яһаны. Ул Елизавета Фёдоровнаның баштан алып аҙағынаса тиерлек кешеләргә һәм иленә хеҙмәт итеүгә арналған тормошо тураһында тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрҙө.
Һәм бына Радий Хәбиров, Алексей Горбачёв, хаким Никон ҡыңғырау сыңы аҫтында һәйкәлдән аҡ туҡыма киҫәген алып ташлайҙар, һәм Елизавета Фёдоровна һыны асыла. Уның ҡулында - Николай Чудотворец иконаһы. «Бик матур һәйкәл килеп сыҡты», - тип ҡысҡырып ебәрҙе митрополит.
Һәйкәл, ысынлап та, бик матур, үҙенсәлекле килеп сыҡҡан, бер һүҙһеҙ, бында яңы туристарҙы йәлеп итеү өсөн район үҙәгенең визит карточкаһына әүереләсәк.