Денис Илдар улы мәктәптә уҡыуҙа, спортта, ижадта һәм ижтимағи тормошта уңышҡа өлгәшкән уҡыусыларға стипендия билдәләү тәҡдиме менән сығыш яһаны. Пилот проектында Башҡорт гимназияһы уҡыусылары ҡатнаша. Был көндө гимназияның 10 уҡыусыһы - 2-11 класс уҡыусылары стипендия алды.
Айлыҡ стипендия күләме уҡыусының класына бәйле: 2-4 кластар - 500 һум; 5-8 кластар - 1000 һум; 9-11 кластар - 1500 һум.
Башҡорт гимназияһы директоры Гөлшат Әхйәрова һөйләүенсә, стипендиялар тапшырыу ҡала бюджетынан финанслана. Стипендия алыу өсөн уҡыусылар портфолио йыя, ул билдәле бер критерийҙарға тап килергә тейеш.
Портфолио түбәндәге дүрт номинация буйынса баһалана: уҡыуҙа уңыштар, физик культура, мәҙәни һәм социаль әһәмиәтле проекттар, ирекмәнлек. Шулай итеп, стипендияны уҡыу алдынғыһы ғына түгел, үҙен башҡа өлкәләрҙә күрһәткән уҡыусылар ҙә аласаҡ. Был башланғыс уҡыусыларҙы үҙҙәрен төрлө өлкәләрҙә күрһәтергә дәртләндерә һәм уҡыуҙа, спортта һәм ижадта уңыштарға өлгәшеү өсөн өҫтәмә этәргес булыуы мөмкин.
Стипендияны уҡыусылар проект партнёрының банк картаһына ала. Беренсе стипендияларҙы тапшырыу тантанаһынан һуң банк хеҙмәткәрҙәре өлкән класс уҡыусылары өсөн финанс белеме дәресен үткәрҙе.