9 декабрҙә, Ватан Геройҙары көнөндә, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Ағиҙел филиалында хәрби бәрелештәрҙә һәләк булған колледж тамамлаусыларҙың исемдәре мәңгеләштерелде. Махсус операцияла ҡатнашыусылар Илназ Гәрәйшин, Анатолий Соседов, Тимур Мөхәмәтйәнов хөрмәтенә бында иҫтәлекле парталар ҡуйылды. Хәҙер улар студенттарға үҙҙәренең ғүмерен тыуған иле өсөн ҡорбан иткән өлкән иптәштәре хаҡында иҫкә төшөрә.
Сарала ҡала округы хакимиәте вәкилдәре, колледж етәкселеге һәм уҡытыусылары, яугир-геройҙарҙың ата-әсәләре, студенттар һәм ҡала халҡы ҡатнашты.
- Беҙ фашизмды еңеү өсөн үҙҙәрен ҡорбан иткән яҡташтарыбыҙҙың исемдәрен һәм батырлыҡтарын бер ваҡытта ла онотмаясаҡбыҙ! - тине ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Ирек Вәлиев. - Ошо ҡыйыу егеттәрҙең өлгөһө йәш быуынды илһамландырасаҡ.
Филиал мөдире вазифаһын башҡарыусы Флүзә Хәйруллина һәм ата-әсәләр, үҙ ваҡытында Ватанды һаҡлаусылар уҡыған уҡытыусылар яугир-геройҙар тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Тантана һуңында сарала ҡатнашыусылар Геройҙар партаһына сәскәләр һалды.