+16 °С
Облачно
Декабрь башында Яңауыл районы Ташйылға ауылында тантаналы рәүештә газ ебәрелде.
Ташйылға бәләкәй генә тораҡ пункт, ләкин хәҙер ауыл торлаҡ төҙөү һәм халыҡты арттырыу йәһәтенән үҫеш импульсы аласаҡ, тигән өмөт бар. Ауыл халҡының заманса йылытыу системалары менән файҙаланыу, газ плитәләрендә аш-һыу әҙерләү, йорттарҙы уңайлы яҡтыртыу, энергия ресурстарына сығымдарҙы кәметеү һәм йорттарын йылыраҡ, уңайлыраҡ итеү мөмкинлеге барлыҡҡа килде.
"Газпром" менән 2025 йылға тиклем республикала газ менән тәьмин итеү һәм газ үткәреү программаһын тормошҡа ашырыла.